Сулпандар «Ҡанифа юлы» менән Өфөлә

Театрҙар декаднигы сиктәрендә «Сулпан» балалар театры 11-нән 15-се мартҡа тиклем Өфөлә гастролдәрҙә. 12 мартта коллектив «Нур» дәүләт татар театрында тамашасыларға күренекле драматург Сәрүәр Суринаның әҫәре буйынса «Ҡанифа юлы» спектаклен тәҡдим итте. Был спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә ҡуйылды. Режиссеры — Зиннур Сөләймәнов. Спектаклдән һуң БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театр белгесе,  тәнҡитсе Динә Дәүләтшина менән фекер алышыу булды. Сәрүәр Сүрина һәм Зиннур Сөләймәнов артистарға рәхмәт һүҙҙәрен һәм теләктәрен еткерҙеләр.

Шулай уҡ сулпандар «Ҡанифа юлын» 158-се башҡорт гимназияһы, Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернат, Р.Ғәрипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусыларына күрһәтте. Алдағы көндәрҙә 20-се һәм 140-сы башҡорт гимназиялары уҡыусылары менән осрашыу көтә.