ЯҢЫ ҺУЛЫШ БУЛЫП ЙӘШТӘР КИЛӘ

ЯҢЫ ҺУЛЫШ БУЛЫП ЙӘШТӘР КИЛӘ

Айбулат Ҡотошов, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

—Башҡортостан халҡы оло юбилей—республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Был иҫтәлекле ваҡиғаның Рәсәй Президенты В.В. Путин Указы буйынса билдәләнеүе айырыуса әһәмиәтле. Матбуғат биттәрендә юбилейға әҙерлек айҡанлы ғәйәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫылып тора, радио һәм телевидение аша тапшырыуҙар ойошторола. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә йәнен-тәнен фиҙа ҡылып ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған китаптар, республикабыҙ тормошон яҡтыртҡан ғилми хеҙмәттәр баҫылып сыға. Был тәңгәлдә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ—ижади миҙгелде Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Батырҙарын данлар илем бар” исемле музыкаль драма менән асабыҙ. Белеүебеҙсә, халыҡтың тарихы һәм кисерештәре—ул иң беренсе сиратта уның ауыҙ-тел ижадында, йыр-бейеүҙәрендә сағылыш тапҡан. Батырҙарын да ул ана шул моң-көйҙәре, ҡарһүҙ-риүәйәттәре аша мәңгеләштергән. Билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай яҙмалары нигеҙендә ижад ителгән музыкаль драма ла милләтебеҙҙең аҫыл улдарын, азатлыҡ, рухиәт һәм ер-һыу өсөн шәһит булған батырҙарыбыҙҙың исемен һәм эштәрен ҙурлау буласаҡ.
Миҙгел асыуҙан һуң, октябрь башында, Өфө ҡалаһы тамашасыларын һөйөндөрөп ҡайтмаҡсыбыҙ. Улар беҙҙең төбәк артистарының халыҡсан сығыштарын көтөп ала. Баш ҡалаға “Аҫаба булған ҡанбабам, аҫаба булыр балам” тигән тамашаны күрһәтергә ниәтләгәнбеҙ. Артабан Халыҡ ша-ғиры Мостай Кәримдең абруйлы датаһына ла, Шайморатов генералдың исеменә лә бағышланған концерттар буласаҡ. Алға үтә биреп әйткәндә, быйылғы ижад миҙгелендә тамашасыбыҙҙы өр-яңы программалар, ҡыҙыҡлы шоу-концерттар, яңы бейеүҙәр, сағыу костюмдар, матур декорациялар һәм тағы ла бик күп яңылыҡтар көтә. Әйткәндәй, яңылыҡтың бер өлөшө ул—йәштәр. Йәштәр улар үҙҙәре менән яңылыҡ, яңы ҡараш, ҡыйыу үҙгәрештәр, ҡыҙыҡлы, ят йүнәлештәр алып килә торған. Шунлыҡтан уларҙың беҙҙең коллективты һайлап килеүе, ошонда хеҙмәт юлдарын башларға теләк белдереүе мәртәбә лә, яуаплылыҡ та.
Һәм, тамашасының, әлбиттә, йәш артистар менән танышҡыһы, уларҙы яҡындан күреп-танығыһы, уй-хыялдарын белгеһе килә. Ә беҙ уларға был мөмкинлекте бирәбеҙ ҙә. Шулай итеп, Сибай концерт-театр берекмәһендә быйыл тамашасыны бына ошондай йәштәр ҡаршы ала:

Бейеүгә ғашиҡ егет

Бәләкәй сағында малайҙарҙы бейеү түңәрәгенә ата-әсәләре, ғәҙәттә, өгөтләп алып бара. Ә Илнур Исламғолов, киреһенсә, үҙе әсәһенән бейеүгә алып барыуын үтенә. “Ҡала майҙанында “Гөлдәр” ансамбленең концертын күрҙем дә, шул бейеүҙәргә ғашиҡ булдым”,—ти ул был хаҡта. 
Шулай итеп “Гөлдәр” ансамбленә ул беренсе кластан уҡ килеп инә һәм ансамбль етәксеһе Луиза Яхинаның һәләтле өйрәнсектәренең береһе була. Сибайҙың 1-се мәктәбен тамамлағас, ошо уҡ ҡалала сәнғәт колледжына уҡырға инә. Бөгөн ул хореография бүлеген тамамлау үрендә.
Илнур милли бейеүҙәргә ғашиҡ ҡына түгел, киләсәктә ошо өлкәлә белемен үҫтереп, бейеү сәнғәтен яҡшыраҡ үҙләштереп, үҙе лә бейеүҙәр һалмаҡсы. Әлегә иһә егет, студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, алһыҙ-ялһыҙ “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарын үҙләштерә, оҫталыҡ дәрестәре ала. Белеүебеҙсә, тырыштарға эш ҡарышмай.

Уҡытыусы булырға хыялланған

Гөлиә Сурина Хәйбулла районының Вәзәм ауылында тыуып үҫкән. Бала сағынан йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙыҡай ауыл сәхнәһен генә биҙәп ҡалмай, республика кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнашып еңеүсе була. “Ирәндек моңдары” халыҡ йырын башҡарыусылар бәйгеһендә Гран-при ла яулай. 
6-сы класҡа Өфө музыка гимназияһына уҡырға барып, виолончель класын тамамлай. Унан Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының джаз эстрадаһы бүлегендә белемен үҫтерә. Бөгөн был 20 йәшлек кенә һылыуҡай Сибай тамашасыһы алдына йырсы булып килеп баҫты.
Гөлиә хеҙмәт юлын артист булараҡ башлап торһа ла, хыялы— уҡытыусы булып балалар тәрбиәләү. Ә нимә—бик матур хыял. Уға был башланғыстарында уңыштар теләргә генә ҡала.
Балалар донъяһы яҡыныраҡ
Бала саҡтан уҡытыусы булырға тип уйлап йөрөгән Эльвира Ғиззәтуллина, үҫә бара үҙенең театр донъяһына битараф түгеллеген аңлап ҡала. Баш ҡалаға килгәнендә театр афишаларына, артистарҙың фотоларына текәлеп тороу ҙа бер ләззәт бирә уға. Ә инде тамашаларҙан илһамланып, рухланып сыға ла, оҙаҡ ваҡыт шул тормош эсендә йөрөй. Бына ошо тойғолар сәбәпсе була ла инде ҡыҙҙың ҡапыл ғына пландарын үҙгәртеп Стәрлетамаҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына барып юлығыуына. 
Колледждың театр бүлеген тамамлағас, Ишембай һылыуы Сибай дәүләт драма театрын һайлап, был яҡтарға килеп төпләнә. Бер аҙ тәжрибә туплай, театр йәшәйеше менән таныша. Ошо ваҡыт эсендә “Сулпан” балалар театрында ла булырға тура килә уға һәм актриса үҙенең тап балалар өсөн уйнарға теләгәнлеген төшөнә. “Балалар донъяһы яҡыныраҡ булып сыҡты һәм мин тап сабыйҙар күңелен биҙәргә теләйем”,—тип һайлауы менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерә актриса.

Күңел тартҡан шөғөл—ижади хеҙмәт

Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән Гүзәл, беренсе класҡа уҡырға барып, уҡытыусы ҙур үҫкәс аласаҡ һөнәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, “бик етди” итеп уйланып ала ла, актриса булырға ниәтләй. Ошо ниәте уны Сибай сәнғәт колледжына, унан Өфө сәнғәт академияһы-ның театр бүлегенә әйҙәй. 
“Сулпан” балалар театрында тәүге аҙымдарын яһай ҙа йәш актриса, әммә яҙмыш уны башҡараҡ юлдан алып китә. Тиҫтә йылдарға яҡын ваҡыт бөтөн-ләй икенсе өлкәгә күсеп хеҙмәт итергә тура килә. Тик күңеленә һалынған уйы тынғы бирмәй һәм Гүзәл быйыл ҡабаттан сәхнәгә менеп баҫырға йөрьәт итә. 
—Затымды бер яҡтан Байегетовтар, икенсе яҡтан Тимеровтар байыта. “Барыһына ла артист булырға тимәгән” тип үҙемде йыуатып йөрөһәм дә, йәнемә һәр ваҡыт нимәлер етмәне лә торҙо,—тип аңлата ҡабаттан театрға килеүен Гүзәл. 
Ә беҙ, тамашасы, уның был ниәтен хуплайыҡ ҡына. Күңел тартҡан хеҙмәт—ижади хеҙмәт ул, ундайҙары емешле була.

Миҙгелде Бабич ролендә аса

Әлфир Заманов быйылғы ижад миҙгелен Бабич ролендә аса. “Батырҙарын данлар илем бар” тип исемләнгән музыкаль драмала ул төп ролдәрҙең береһен башҡара. “Тулҡынланам, әлбиттә, әммә күңелемдәге илһөйәрлек рухы көс бирә. Был роль минән айырыуса яуаплылыҡ һәм етди ҡараш талап итә”,—тип кисерештәре менән бүлешә артист.
Баймаҡ районының Күсей ауылы егете ул. Сибай сәнғәт колледжында белем алып, Джон Мусин ҡулында тәрбиәләнә. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләп алған. Һуңғы йылдары Сибай концерт-театр берекмәһенең йырсыһы булып үҙ тамашасыһын булдырып та өлгөрә. Һәм күреүегеҙсә, йырсы ғына түгел, кәрәк икән актер ҙа, шағир ҙа һәм хатта Бабич та була ала һәләтле егет.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Сығанаҡ https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/ya-y-ulysh-bulyp-y-sht-r-kil/