15 февралдә Сибай концерт-театр берекмәһенең филармония коллективы Башҡортостандың 100-йыллығы айҡанлы тамашасыларға “Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам” исемле киң масштаблы лиро-эпик жанрҙағы концерт программаһы тәҡдим итте. Ике бүлектән торған программала тамашасылар башҡорт халҡының барлыҡҡа килеү тарихынан алып, республикабыҙҙың бөгөнгөһөнә ҡәҙәр тулы байҡау яһау мөмкинлегенә эйә булды. Шул уҡ ваҡытта һәр кем “Сибай” бейеү ансамбленең, йырсыларҙың репертуары яңырыуына, коллективтың яңы көстәр менән тулыланыуына  ла иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Әйтәйек, Сибайыбыҙҙа ғына түгел, тотош республикала танылыу яулаған сәхнә оҫтаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил  Әсәҙуллин сәхнәгә ҡуйған “Ноҡот һалыу”, “Ғәскәри бейеү”,  “Тәңкә һалыу” бейеүҙәре барыһының да күңелдәренә хуш килде.  Йәш йырсы Айнур Мырҙағәлиндың моңло тауышы иһә күптәрҙең йөрәк ҡылдарын тирбәлтте һәм уның киләсәктә  ысын сәхнә йондоҙо булырына өмөт уятты.