15 майҙа Сибай драма театры залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, балетмейстер, ҡалабыҙ һәм республикабыҙ кимәлендә үткәрелгән бик күп саралар режиссеры Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллиндың 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ижад кисәһе булып үтте. Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сибай» һәм институттың «Сармат» бейеү ансамблдәре башҡарыуында юбиляр ҡуйған «Башҡортостан-гөлбостан», «Француз яулыҡ», «Ноҡот һалыу», «Байрам», «Ауыл егеттәре» һәм башҡа бейеүҙәрен тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Кисәлә мәртәбәле ҡунаҡтар: шағирә, композитор, драматург Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы вәкиле Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты Рәйес Жәүҙәт улы Низаметдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Ғәббәс улы Яхин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов, ижадташ дуҫтары, ансамблдең ветерандары, ҡалабыҙҙың төрлө ойошма вәкилдәре үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. 
Шулай уҡ, Фәнил Шәйхислам улына Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең, ҡала Советының рәхмәт хаттары тапшырылды.