Баймаҡ районының Буранбай ауылы үҙенең һоҡланғыс шәхестәре менән данлыҡлы. Республикабыҙға, илебеҙгә данлыҡлы ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, шағирҙар бүләк иткән төйәк ул. РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсина, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәр Үтәбаев, ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, Өфө сәнғәт колледжының музыка мәктәбе уҡытыусыһы, республика, Рәсәй, Халыҡ-ара ҡурай бәйгеләре лауреаты Таһир Хәмитов, джаз фестивалдәре лауреаты Фәрхәт Ишбирҙин, билдәле йырсылар Марсель Ҡотоев, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаев һәм башҡа күптәр нәҡ ошо ауылда тыуып үҫкән, ошонан илһам һәм көс алып, киләсәккә атлаған.

Уларҙы белмәгән, улар менән ғорурланмаған, уларға һоҡланмаған кеше юҡтыр ул. Кемеһелер мәшһүр халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло итеп башҡара, икенсеһе аһәңле итеп ҡурайҙа уйнай, өсөнсөһө сәхнәне дер һелкетеп бейей, дүртенсеһе шиғырҙар ижад итә… Ә ауылдың үҙендә йәшәгән йырсылар Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев һәм башҡаларҙы кемдәр генә белмәй икән?! Әйтерһең, барса таланттар ошо ауылға тупланған, тик ошонда ғына тыуа…

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмә­һендә йырсы булараҡ танылыу алған, тамашасыларҙың хаҡлы ихтирамын ҡаҙанған Ғаяз Ғәйетбаев та — нәҡ Буранбай ауылы егете. Тыңлаусыларын әсир итерҙәй аһәңле моң, халыҡсанлыҡ, иркен тын уға ата-олатайҙарының ҡанынан бирелгән. Тап ана шул Буранбай ауылы мөхитендә үҫеүе, туғандарының, ауылдаш­тарының моңло йырҙарын тыңлау бәхете Ғаязда тыумыштан башҡортобоҙҙоң илаһи йырҙарына һөйөү уятҡандыр һәм үҙен дә тыңлап туймаҫ “йыр батшаһы” иткәндер, тип уйларға тулы нигеҙ бар. Һәр хәлдә, ундағы баритональ тауыш бик һирәктәрҙә генә осрай.

…Йәмле Һаҡмар буйына төшөп, йәйге ҡояш нурҙарына яңы һауған һөттәй йылынған һыуҙа рәхәтләнеп сумып уйнағандан һуң тиҫтерҙәре менән ҡомда аунаған мәлдәрендә күңел төпкөлөнән һарҡыған моң тәьҫирендә татлы уйҙарға бирелеп ятырға ярата Ғаяз. Үҫкәс кем булырға?

Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев ҡулында белем эстәп, диплом алған егетте 2001 йылда ҡуш ҡуллап ҡалалағы филармонияға эшкә ҡабул итәләр. Шул мәлдән алып филар­монияның һәр концертында Ғаяз Ғәйет­баев­тың исем-шәрифе ишетелә башлай. Артабан ул бар тамашаларҙың айы­рылғыһыҙ бер өлөшөнә, һәр концерттың ҡотона әйләнә. Уның һалмаҡ тауышы, күңелгә ятышлы тембры үҙенә арбап, саҡырып торған кеүек. Шуғалыр ҙа Ғаяз сәхнәгә сыҡҡанда, тамашасылар илаһи тәьҫир аҫтында тын алырға ла ҡыймай шымып ҡала һәм тәрән уйға сума. Ул башҡарған “Таң атҡанда”, “Һағыныу”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Нурия”, “Кәтинкә” һәм башҡа халыҡ йырҙары күптән инде тик уныҡы булараҡ ҡабул ителә, сөнки уны бер кем дә Ғаязса башҡара алмай…

Композиторҙарыбыҙ ижад иткән “Тыуған ауылым” (Хөсәйен Әхмәтов һүҙҙәре һәм көйө), “Серле күҙҙәр” (А. Саттаров һүҙҙәре, Рәмил Яхин көйө), “Ғүмер япраҡтары” (Әсхәт Кәшфуллин һүҙҙәре, Нур Дауытов көйө), “Ауылым” (Мотал Рәмов һүҙҙәре, Дамир Солтанов көйө) һәм башҡа бик күп йырҙар сәхнәләрҙә йыш башҡарылып, тамашасыларҙың хаҡлы һөйөүен ҡаҙанды. Ә мәшһүр “Сибай” йыры һуң?! Уны Ғаяз Ғәйетбаев һуҙғанда йырҙың авторы Шәйәхмәт Сибаевтың үҙен күргәндәй, уның менән күрешкәндәй булаһың түгелме ни?! Әйткәндәй, Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының ошо юлдар авторы сценарийына нигеҙләнгән “Атайсалын данлар уландар” исемле театрлаш­тырылған тамашаһында төп ролде — Баймаҡ райо­нының Иҫке Сибай ауылынан сыҡҡан дәүләт эшмәкәре, “Сибай” йырының авторы Шәйәхмәт Сибаев образын нәҡ Ғаяз Ғәйетбаев һын­ландырҙы һәм тамаша­сыларҙың ихлас алҡыш­тарын, ихтирамын яуланы. Миңә ҡалһа, арҙаҡ­лы Сибай кантон образын уға еткереп, уның кимәлендә башҡарған артист юҡ әле!

Ғөмүмән, Сибай артис­тарының даими тамашасылары Ғаяз Ғә­йетбаевты оҫта алып барыусы, һәләтле актер итеп тә белә. Сәхнәлә ул тыуҙырған образдар ябай­лығы, халыҡсанлығы менән айырылып торһа, конферансье булараҡ, Ғаяз тамашасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеү һә­ләтенә эйә. Урынлы шаяртыу­ҙары, килеп тыуған ҡытыршы­лыҡтарҙы башҡаларға һиҙҙермәй генә шымартып ебәрә алыуы, тамашасы менән даими бәйлә­неште өҙмәүе уның ысын сәхнә оҫтаһы булыуын асыҡ күрһәтә.

Тыуған ауылына исем биргән арҙаҡлы шәхес Буранбай Ҡотдосов ҡаны уйнай шул унда! Буранбай сәсән үҙе лә йырсы ла, ҡурайсы ла, йор һүҙле оратор ҙа булған. Буранбай ауылында талант­тарҙың күпләп тыуыуы һәм ғалимдар аңлата алмаған феномен, бәлки, нәҡ ошо сәсәндән киләлер! Мөхәмәтша Буранғо­ловҡа Ғәбит сәсән Арғынбаев Буранбай хаҡында былай тип һөйләгән бит: “Ул йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан, ит турап ултырғандар ҡулдарын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуҙарын түккән, һуғышҡан кешеләрҙең һелтәнгән ҡулдары ҡатып ҡалған, ауырыуҙар сирҙәрен онотоп, тороп ултырған…”

Унан килеп, Буранбай үҙенең йыр-моңға маһирлығын халыҡҡа васыят итеп ҡалдыра. Был хаҡта “Буранбай” йырында асыҡ әйтелә:
Буранбайҙың ғына, ай, йырҙарын
Васыяттай итеп тотоғоҙ…

Бөгөн Буранбай ауылында ҡанбаба­ларының васыятын аманат итеп тотоусылар бихисап, быға һоҡланмау мөмкин түгел! Юҡҡамы ни дүрт йөҙләп кенә йорттан торған ауыл, республикабыҙҙың төп та­маша залы булған Конгресс-холл сәхнә­һендә бына тигән концерт программаһы менән сығыш яһап, бар халыҡты хайран ҡалдырҙы! Ауылдаштары араһында Ғаяз Ғәйетбаевты ла күреү һәм уның аһәңле моңон тыңлау Өфө тамашасыларында һоҡланыу тыуҙырһа, беҙҙең, йәғни сибайҙар, өсөн ул ғорурлыҡ булды…

Атаһы Ғиниәт Солтанморат улы Буранбайҙа ғына түгел, тотош Баймаҡ районында үҙен оҫта гармунсы һәм баянсы, һәләтле скрипкасы һәм мандолинасы ғына түгел, моңло тауышлы йырсы итеп тә таныта. Әсәһе Сәғирә Зәкәриә ҡыҙы ла ҡалышмай. Сәғирә апайҙың моңон ауылдаштары билдәле йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның тауышына бәрәбәр ҡуя. Бына шундай атай менән әсәйҙән моңло балалар тыумай, кем тыуһын инде! Ғаяз­дың бер туған ағаһы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, мәҫәлән, бөтә республикаға билдәле шәхес. Хәким ағаһы ла — күптәргә яҡшы таныш йырсы. Ә бына Нур ағаһы үҙен ауыл еренә бағышлаған — тыуған ауылында ҡалған. Дөрөҫ, уның да сәнғәт юлынан китергә теләге булмаған түгел, тик… “Йә, барығыҙ ҙа әртис булып бөтһәгеҙ, ауылды кем күтәрә? Кем миңә алмашҡа килә?” — Аталарының ошо һүҙҙәрен аша атлап үтергә баҙнат итмәй йәш егет… Әммә мәжлестәрҙә уның йырын һәр кем йотлоғоп тыңлай.

— Тәү башлап сәхнәгә сыҡҡан көнөм бөгөнгөләй күҙ алдымда, — ти Ғаяз минең һорауыма яуап итеп. — Оялдыммы икән-юҡмы, йүнләп хәтерләмәйем… Миңә ул саҡта 4–5 йәштәр тирәһе генә ине… Үҙем яратҡан йырҙы башҡарҙым. Аҙаҡ ауылдаштарым геү килеп ҡул сапҡан булды инде. Ә мәктәптә уҡый башлағас, концерттан ҡалдырманылар.
Бөгөн Ғаяз кәләше Рәзилә менән Исламетдин исемле ул үҫтерә. Уның да йыр-бейеүгә һәләте әле үк күҙгә ташлана. “Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән” тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, күрәһең. Рәзилә Хөснулла ҡыҙы ла заманында “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ан­самблендә солист булды һәм үҙен оҫта бейеүсе итеп танытты. Әле ул Иҫке Сибай ауылының балалар сәнғәт мәктәбендә хореография дәрестәре алып бара, үҙе белгәндәрҙе йәш быуынға өйрәтә. Уның класында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар урындағы мәҙәниәт йортоноң ғына түгел, район сәхнәһенең матур биҙәге булараҡ та дан алды.

Ғәйетбаевтар үҙ ҡулдары менән төҙөп ингән матур йортта йәшәй. Заман менән бергә атларға тырышҡан ғаиләлә уңайлы шарттарҙы кемдеңдер булдырғанын көтөп ултырмайҙар — шәхси хужалыҡтарында барыһын да хужа менән хужабикәнең уңған ҡулдары булдыра. Ғаязды йыш ҡына трактор руле артында күрергә мөмкин — ҡайныһы Хөснулла Ғәйзулла улы үҙ ҡулдары менән йыйған үҙйөрөшлө техникала бесәнен дә сабып ташый, ике ғаиләгә етерлек утынын да әҙерләшә. “Ергә эйел — табыш оҙаҡ көттөрмәҫ” тигән әйтемдең асылын аңлап йәшәгән уҙамандарҙың береһе ул.

Сибай ҡалаһы.Автор: Мотал РӘМОВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы

Источник https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/buranbay-vasyyatyna-to-rolo/