29 апрелдә Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасыларға Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған «Дәртле көйгә баҫайыҡ, бергә күңел асайыҡ» исемле байрам концертын тәҡдим итте. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн артистарыбыҙға тантаналы рәүештә Мәҙәниәт министрлығының, Сибай ҡалаһы ҡала округы хаҡимиәтенең почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Ынйы Ғайсинаның, Диана һәм Айсар Дәүләткирәйевтәрҙең, «Осҡон» балалар бейеү ансамбленең (етәксеһе Сания Хәйбуллина) сығыштары бейеү байрамын тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ, тамашасылар араһында бәйге лә ойошторолдо. Улар сәхнә түренә сығып бейеп иҫтәлекле бүләктәр ҙә алдылар.