“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

йәки Өс һөнәрҙе берләштереп буламы?

Балалар театрында эшләүселәр айырым хөрмәткә лайыҡ. Сөнки уларҙың күңелендә һәр ваҡыт сабый ихласлығы, саф бәхете һәм шатлыҡ осҡоно йәшәй. Мөғжизә тыуҙырыу алдынан тәү сиратта үҙеңә уға ышанырға кәрәк. Бөгөнгө әңгәмәсем Борис МӘХМҮТОВТЫҢ да режиссер булараҡ ҡуйған спектаклдәре аша уның эске донъяһын аңларға була: һәр яңылыҡҡа ғәжәпләнеү, һәр шатлыҡҡа ҡыуаныу бар. Шуға ла ул оҙаҡ йылдар “Сулпан” балалар театрында эшләйҙер.

– Борис, ижадсылар һөнәрен ике юл менән һайлай: йә бала саҡтан хыялланып, маҡсатына бара, йә осраҡлы ғына сәнғәт донъяһына сума. Һинең режиссер һәм актер булып китеүең нисек булды?

– Ижадсы булыу хыялым ине, ә бына театр иленә килеүем – осраҡлылыҡ. Атай-әсәйем, ябай ауыл кешеләре булараҡ, юғары белем алыуымды, уҡы­тыусы булыуымды теләне. Сибай ҡала­һын­дағы гимназия-интернатҡа уҡырға килгәс, сәхнәгә сыға башланым. Уҡы­тыусым Дилә Шәриф ҡыҙы, талантым барлығын белеп, бай­рамдарға сце­нарийҙар яҙҙырта башланы, күп тапҡыр уларҙың алып барыусыһы ла үҙем булдым. Тап шул йылдарҙа мәктәптә үҙи­даралыҡ ойош­торолғайны, етәксе итеп тә һайландым. 

Буласаҡ һөнәр тураһында уйлана баш­лағас, журналист булырға ҡарар иттем. Әммә Башҡорт дәүләт университетына имтихандарҙы уңышлы тап­шырһам да, конкурстан үтә алманым. Шул уҡ имтихандар менән БДУ-ның Сибай институтына килеп, студент булып киттем. Тәүге курста уҡытыусыбыҙ Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы беҙҙе 2-се мәктәптә үҙе менән бергә 15-әр минутлап дәрес алып барырға ҡуша ине. Үҙемдең уҡытыусы була алмаясағыма шунда йәнә инандым. Заман үҙгәрә, беҙгә алмашҡа икенсе төрлө фекерләү ҡеүәһе булған балалар киләсәген шул саҡта уҡ һиҙендем. Уларға ярашлы, белем биргән уҡытыусылар ҙа үҙгәрергә тейеш. Шуға ла икенсе курсҡа уҡырға барырға теләмәнем, ҡабат Өфөгә юлландым.

– Ә ни өсөн тап сәнғәт институты һәм режиссер һөнәре?

– Мин драматург булырға тейеш инем. Баштан башлап һөйләгәндә, 1992 йылда, Сибай интернат-гимназияһында уҡыған саҡта, “Йәншишмә” гәзите иғлан иткән драматургтар конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын яуланым. Халыҡ ижадына таянып яҙылған “Аҫыл күл” исемле пьесам гәзиттә ике бит булып баҫылып сыҡты, 500 һум приз биргәндәре лә хәтерҙә. Иң мөһиме – сәнғәт институты студенты Ғәзимә Иштуғанова уның буйынса диплом эше итеп фильм-әкиәт төшөрҙө. Төп ролдәрҙә Фирҙәт Ғәлиев, Сәүиә Сираева, Сара Буранбаева уйнаны. Титрҙа үҙемдең исем-фамилияны күреү минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ, бәхет булды.

Ә сәнғәт институтына килгәндә, тап шул йылда Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов эксперименталь курс асты. Программа буйынса, төркөмдә актерҙар ҙа, режис­серҙар ҙа, рәссамдар ҙа, драматургтар ҙа бергә уҡырға тейеш ине. Альберт Нестеров, Эдуард Шахов, Ләйсән Солтан­ғолова, Земфира Байбулдина һәм баш­ҡалар менән бер курста белем алдыҡ. Драматургия буйынса Наил Ғәйетбаев лекциялар уҡыны, этюдтар өсөн бәләкәй генә скетчтар, инсценировкалар яҙҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ 1-се курсты тамамлауға, Рифҡәт Вәкил улы Баш­ҡортостандан китте. Беҙҙе ташламаны, ай һайын ҡайтып, унар көнләп дәрестәр үткәрҙе, диплом алғансы беҙҙе ҡурсалап торҙо. Әммә институтты тамамлағанда Альберт та, мин дә режиссер булараҡ диплом алдыҡ.

Драматург менән режиссер тығыҙ бәйләнештә эшләй, шуға күрә күңелемдә үкенеү тойғоһо юҡ. Әлеге ваҡытта. Ә ул саҡта амбициялар көслө булды. Үҙ юлымды ла оҙаҡ эҙләнем. Уҡыуға бар тырышлығымды һалмағаным өсөн хәҙер үкенәм.

– Диплом эшең “Сулпан” балалар театрында булған. Тимәк, шул ваҡытта уҡ Сибай ҡалаһына кире ҡайтыу тураһында уйланғанһың? Тәүге эшең хәтереңдә нисек ҡалды?

– Ҙур ҡала минең өсөн түгел. Өфөләге тиҙлектә фекерләй алмайым. Ҡайҙа эшләү тураһында уйланмай инем, диплом спектакле ҡуйырға килгәс, театрҙың ул ваҡыттағы директоры Фәрит Сөләймәнов шунда уҡ эшкә килергә тәҡдим итте. Шулай итеп, диплом алмаҫ борон уҡ режиссер булараҡ эш башланым.

Тәүҙә диплом эше өсөн пьеса таба алманым. Оҙаҡ эҙләнгәс, Лев Устиновтың әҫәре буйынса “Батша ҡыҙын күрмә­негеҙме?” тип аталған әкиәтте сәхнә­ләштерҙем. Уға данлыҡлы кинорежиссер Әмир Абдразаҡов юғары баһа бирҙе. Хәтирәләргә килгәндә, ул мәлдәрҙе көлөп иҫкә алам. Йәш булғас, оҙаҡ йылдар эшләгән артистар миңә ышанып бөтмәй. Институт тамамлаған йәштәрҙең күбеһе үҙҙәрен профессионал тип уйлай, кеше фекерен һанламай. Йәшереп тормайым, ул мәлдә мин дә шундай инем. Актерҙар менән уртаҡ тел табыу, мө­нәсәбәттәрҙе яйға һалыу тураһында уйламаным, һөҙөмтә мө­һимерәк ине. Һүҙгә килешеүҙәр, тауыш күтәреүҙәр булды. Хәҙер генә аңлайым: ул саҡта бөтөнләй аҡылһыҙ, тәжрибәһеҙ, хатта һауалыраҡ та булғанмын. Йәшәй-йәшәй тормош үҙ­гәртте, һабаҡтар бирҙе, яйлап тынысландым. Һәр аралашҡан кешене уҡытыусы булараҡ ҡабул итергә өйрәндем: кемдәндер өлгө алырға була, кемгәлер оҡшарға ярамағанын да аңлайым. Исем, дан артынан ҡыуыу кәрәкмәй, иң мөһиме – үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәү. Хәҙер йәш режиссерҙар спектакль ҡуйырға килһә, уларҙың ҡылығында йәшлегемде күреп, көлөп алам. Ҡайһы бер ҡылыҡтарым өсөн оялып та ҡуям. 

– Һин шулай уҡ театрҙа актер булараҡ та байтаҡ роль башҡараһың…

– Тәүҙә актерлыҡҡа артыҡ иғтибар бирмәнем. Ялҡаулыҡмы әллә киләсәк тормош тураһында уйламаумы, битараф­лыҡмы, әйтә алмайым, илке-һалҡы ҡараш булды. Шуға ла дипломдағы берҙән-бер “өслө” билдәһе актерлыҡ оҫталығы буйынса ҡуйылды. Эш башлағас, ир-егеттәр роленә кеше етмәй тип, яйлап мине лә сәхнәгә сығарҙылар. Тәүҙә күңелемде һалманым. Режиссер Азат Нәҙерғолов килеп, “Урал батыр” әкиәтен ҡуйғанда миңә Зәрҡүм ролен тәҡдим итте. Ҡапыл ғына күңелдә ынтылыш барлыҡҡа килде лә, ең һыҙғанып эшләргә тотондом. Фестивалдә ҡат­нашҡайныҡ, мине театр белгестәре айырым билдәләне. 

Актер булараҡ, үткән ижад миҙгеле емешле булды. Бер-бер артлы ҡуйылған өс спектаклдә – “Алладин”да (режиссеры Рөстәм Хәкимов) – Солтан, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та (Булат Хәйбуллин) – Ибрай, “Ҡанифа юлы”нда (Зиннур Сөләймәнов) Ғимран ролен уйнаным. Өсөһө өс төрлө характерҙағы, ҡабатланмаҫ образдар. Төрлө режиссер менән эшләү оҡшаны. Үҙемде аса алғанмындыр, йыл йомғаҡ­тары буйынса театрҙа миңә “Иң яҡшы актер” номинацияһы бирелде. Шуны аңланым: характерлы ролдәр булһа, күңелде һалып, ихлас эшләйһең. Элекке битарафлыҡ йә образды оҡшатмауҙан, йә эш процесы менән риза булмауҙан килгәндер, тим. 

– Ниндәйҙер эмоциональ кисерештәр менәнме, күп кенә актерҙар театрҙан китеп, ял итеп ала. Һиндә лә ундай мәлдәр булды шикелле…

– Эйе, өс йыл эшләгәс, театрҙан китеп, үҙемде төрлө һөнәрҙә һынап ҡараным. Ул саҡта нимәнелер аңларға, ниндәйҙер юлды һайларға кәрәк ине. Әммә ғаилә хәлдәре арҡаһында Си­бай­ға кире ҡайттым. Атайым мәрхүм булғас, әсәйемдең һаулығы ҡаҡшаны. Уға яҡыныраҡ булырға теләнем. 

– Драматургияны бөтөнләй ташланыңмы?


– Юҡ, ҡулға ҡәләм алғылайым. “Шаян малай” тигән пьесамды үҙем сәхнәләштерҙем. “Әҙәп дәресе” һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса “Кескәй шырпы” әкиәттәре лә ҡуйылды. Тик улар репертуарҙа оҙаҡ барманы. Бер тапҡыр Талҡаҫ күле буйында үткән драматургтар семинарында ла ҡатнаштым. Күңелемә оҡшаған бер нисә повесҡа инсценировка эшләп, ололар өсөн спектаклдәр ҡуйған режиссерҙарға күрһәтеп ҡараным. Тәнҡит тә, тәҡдим дә булманы. Хәҙер инде эш һәм ғаилә мәшәҡәттәре менән ситләшә барам шикелле. 

Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры, ваҡыт булғанда тип йәки эш араһында ғына пьеса яҙып булмай. Ниндәйҙер ныҡлы әҙерлек, тәжрибә кәрәк. 

– Һин Сибайҙа буласаҡ ҡатының менән дә таныштың. Ул ижади кәйефеңде аңлап ҡабул итәме? 

– Камила менән 2012 йылда таныш­ҡайныҡ, ай ярым дуҫлашып йөрөнөк тә, тәҡдим яһаным. “Бер-беребеҙҙе ныҡлап белһәк, ғаилә ҡормаясаҡбыҙ”, – тип тураһын әйттем. Икебеҙ ҙә – тормошта күпте күргән, һөнәр һайлаған, йәмғиәт үлсәмдәре буйынса “йәше үтеп барған” кешеләрбеҙ. Характер формалашҡан, аҡыл менән эш иткән ваҡыт. Уйланып, анализлап ултырһаҡ, ғаилә ҡороу ҙур бәлә икәнен аңлар инек тә, бөгөнгө заман ҡанундарына яраҡлашһаҡ, ғаилә ҡормаҫ инек (көлә – авт.). Ҡатыным – биология фәндәре кандидаты, институтта эшләй, әлеге ваҡытта декрет ялында. Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән. Ҡыҙым Сәримә театр ярата, минең сәхнәгә сыҡҡанды көтөп ала. Унар тапҡыр ҡараған спектаклдәре бар. Гастролгә бергә барам, тип илап ала. Ә улым Йософ әлегә бәләкәй, йөрөткән юҡ. Ғаилә тормошонда төрлө хәл була, хәҙер ҙә бәхәсләшеп китәбеҙ. 

– Бөгөнгө балаларға ниндәй спектаклдәр кәрәк?

– Уларҙың фекерләү кимәленә ярашлы булғандар. Сағыу һәм етеҙ темпта барған спектаклдәрҙе үҙ итәләр. Сәхнә биҙә­леше, костюмдар, музыка, актер уйыны, әҫәр үҙе сағыу булһа, балалар театрға ылығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бурыс – уларҙы уйландырыу, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен аңлатыу. Йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ. 

– Киләсәккә ниндәй ижади пландарың бар? 

– Мин бер ҡасан да ҡушылған әйбер­ҙәрҙе ҡуйманым. Шулай уҡ ҡуйырға теләгән спектаклгә хужалар ҡаршы булманы. Ул яҡтан бәхетле режиссермын. Балалар өсөн күңелемә яҡын темаларҙы ҡуйып бөттөм шикелле. Әлбиттә, эҙлә­нәм, яңы пьесалар, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡыйым. Классик әкиәттәрҙе ҡат-ҡат уҡып, яңыса ҡуйыу идеяларын уйлайым. Башҡорт әҙәбиәтендә балалар өсөн матур, камил драма әҫәре яҙыу­сылар юҡ. Мине, режиссер булараҡ, ошо проблема борсой.

Пландарға килгәндә, тәҡдим булһа, икенсе театрҙа эшләп ҡарауҙан баш тартмаҫ инем. Былтыр фестивалдә ҡат­нашыу өсөн бер нисә халыҡ театрына спектакль ҡуйырға ярҙам иттем. Һәм үҙемдең ололар өсөн спектаклдәр ҡуйырға өлгөргәнемде аңланым. Хыялдарым хәҙер ошо йүнәлештә.

– “Сулпан” театрының проблемалары бер кемгә лә сер түгел. Бер осор унда махсус белеме булған актерҙар ҡалмағайны ла шикелле. Бөгөн дә эштән китеүселәр, урындарына килеүселәр бар. Эшләүе ауыр түгелме?

– Беренсенән, актер булырға теләгән кеше режиссерҙы тыңлай һәм ишетә белә. Киреһенсә, миңә яңы килгән актерҙарҙың ижади потенциалын асыу өҫтөндә эшләүе ҡыҙыҡлыраҡ. Үҙенә күрә эҙләнеү ул, асыштар була. Икенсенән, ниндәйҙер башланғыс таланты булмаған кешене эшкә алмайҙар. Аллаға шөкөр, театрыбыҙ Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлаған йәш таланттар менән байыны. Тимәк, киләсәккә өмөттәр бар!

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Автор: Г.Ҡыуатова

Источник http://www.ye02.ru/kl/17820-dramaturgija-bitte-i-atmarly-zhanry.html