Миҙгел ябылыуға ҡарамаҫтан, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары республика, ҡала кимәлендә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, һабантуйҙарға әҙерлек бара.

Йәйге каникулдар башланыу менән филармония артистары Хәйбулла районының Бүребай ауылында балалар өсөн сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Сибай ҡалаһының мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙарына
“ЙӘЙ, ЯЛ, ҺАУЛЫҠ!” исемле бик мауыҡтырғыс, күңелле программа әҙерләнде. Тәүгеләрҙән булып уны Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары ҡараны.