Сибай концерт-театр берекмәһе  һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы “Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән…” тип исемләнгән концертҡа саҡыра. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р.И.Солтанова, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн махсус донъя күреүсе “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Г.М.Ҡотоева, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, композитор БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы З.Х.Фәйзуллина, «Сибай» бейеү ансамбле, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Б.Байназаров, Р.Хәсәнов, Р.Ниязғолов, М.Ишморатов, республикабыҙ йыр бәйгеләре лауреаттары Ғ.Ғәйетбаев, С.Моратова, З.Нурлы, З.Әминева һәм башҡалар ҡатнаша. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы сәхнә күренештәре, сағыу концерт номерҙары көтә. Яҙ һулышын тойоп, илһам һәм дәрт алырға теләһәгеҙ концертыбыҙға рәхим итегеҙ.

Тамаша 26 мартта Балалар ижады үҙәгендә (ЦДТ) киске сәғәт 7-лә башлана. Билет хаҡы 200 һум. Белешмәләр өсөн телефон 8-960-805-90-95