25-се ижад миҙгелен ябыу

Шулай итеп, Сибай концерт-театр берекмәһенең 25-се ижад миҙгеле аҙағына ла килеп етте. 23 апрелдә коллектив Башҡортостандың 100-йыллығына арналған «Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам» исемле тамаша тәҡдим итте. Ә инде 29 апрелдә Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған коцертта көтәбеҙ. Бейеү байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!