Бөгөн, 24 июнь, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамындағы 57-се йорт алдында ветеран Ҡарабаев Сәғит Ғәйзулла улын ҡотланы.
Ветераныбыҙ йәмле Бөрйән районының Кейекбай ауылында донъяға килә. Һуғыш башланғанда ул мәктәпте лә тамамламаған
була әле. 1944 йылда армияға саҡыртылып, Калининград ҡалаһында әсирлеккә төшкән немец, япон һалдаттарын һаҡлай. Ошо хеҙмәтен 1947 йылға тиклем намыҫ менән үтәп ҡайта. Унан ғаиләһе менән Йылайыр районының Шанск ауылына күсеп, ғүмерен леспромхозда эшләп тыуған илгә хеҙмәт итә.
Сибай концерт-театр берекмәһе бүләк иткән байрам концертын Сәғит Ғәйзулла улы ихлас күңел менән ҡабул итеп алды.