Республикала “Йорт янында парад” тигән акция үтә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән йорт янында ижади коллективтар, һәүәҫкәр артистар сығыш яһай. Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Сибай ҡалаһының Коммунистик урамындағы 8-се йорт алдында ветеран Сәмиғә Рыҫмөхәмәт ҡыҙын  ҡотланы.

Байрам концерты тамамланғас Сәмиғә Рыҫмөхәмәт ҡыҙы артистарға ихлас күңелдән рәхмәтен еткерҙе.