Бөгөн йәйге ялдарҙан һуң коллектив тәүге дөйөм йыйылышын үткәрҙе. Унда ярты йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре барланды, һығымталар яһалды. Шулай уҡ яңы ижад миҙгеленә маҡсаттар, пландар билдәләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, коллектив яңы артистар менән дә тулыланды, йыйылышта улар менән танышып үттек.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ляйсан Таштимерованы хаҡлы ялға сығыуы менән коллектив исеменән тәбрикләнек.