11, 12 ноябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең “Милли ризыҡ – тәнгә шифа, йыр-моңдары  йәнгә шифа” тип исемләнгән концерт программаһы ике көн рәттән тулы залдар йыйҙы.

Фольклориада йылын ҡаршылап, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған милли аҙыҡ-түлекте пропагандалау һәм тамашасыға милли ризыҡ төрҙәрен күрһәтеү, уларға бәйле халыҡ ижадын, йыр-моңдарыбыҙҙы барлау ине тамашаның маҡсаты. Сара маҡсатына өлгәште лә.

Тамашасыға артистар менән бергә уйнап-көлөү, милли ризыҡтарҙың төрөн һәм әҙерләү серҙәрен өйрәнеү генә түгел, ә уларҙы тәмләп ҡарау һәм һатып алыу мөмкинлеге лә булдырылды.

Башҡорт халҡының аш-һыуҙарын данлаған йыр һәм бейеүҙәргә ҡоролған концерттың сценарий авторы Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Минзилә Ҡотошова, музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, балетмейстры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Фәнил Әсәҙуллин,  рәссамы – Роза Әхмәтшина,  музыкаль биҙәүсеһе – Дим Шәрәфиев.