15 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған «Күңелем йырҙа…»  исемле концертына саҡыра.

 «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Уҡытыусыма»,  «Бер егеткә ғашиҡ булдым», «Мәрәһим йыры»,  «Айлы кис»  һәм башҡа бик күп йырҙар халыҡ араһында киң таралған һәм үҙ итеп башҡарыла.

Программала йырсыларыбыҙ башҡарыуында әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған тамашасыларыбыҙ яратҡан йырҙары «Сибай» бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барасаҡ. Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ,  дуҫтар!

Концерт Сибай драма театры залында киске сәғәт 7-лә башлана.

Билет хаҡы 200 һум.

Белешмәләр өсөн тел. 8-960-805-90-95, 8-999-130-69-10 �