Сибайҙа “Мостай көндәре” киң һәм тантаналы итеп ойошторолдо. 14 октябрь көндө “Сулпан” балалар театры “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклен күрһәтте. Был пьесаның тамашасылары мәктәп уҡыусылары һәм студенттар булды. Йәштәр залдан йылы тәьҫораттар менән сыҡты.

15 октябрҙа Сибай филармонияһы артистары М.Кәримдең томошона һәм ижадына бағышланған музыкаль кисә үткәрҙе. Программала йырсыларыбыҙ башҡарыуында әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған тамашасыларыбыҙ яратҡан йырҙар «Сибай» бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Байрамда тамашасылар үҙҙәре лә ҡатнашып, шағирҙың әҫәрҙәрен уҡып, бүләктәр алды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мостафа Сафа улының 100 йыллыҡ юбилейын шулай киң билдәләне сибайҙар.