Кисә, 19 август ҡалабыҙ үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шулай уҡ икенсе йыл рәттән Сибай «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ҡаршы алды, ҡала майҙанында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсының гала-концерты үтте.
Ғәҙәттәгесә, Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы байрам сараларында бик әүҙем ҡатнашты.
“Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашыусы йырсыларыбыҙ ҙа һынатманы: профессиональ башҡарыусылар араһында Әлфир Заманов номинант исеменә лайыҡ булды, Ғаяз Ғәйетбаев 2- се урын яуланы. Коллектив өсөн тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға – “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бейеүсеһе Гүзәл Әсәҙуллинаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.