5 апрелдә Силәбе ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре  тантаналы йыйылыш һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Башҡортостандың 100-йыллығына арналған ҙур концерты менән тамамланды.  Силәбе дәүләт университетының концерт залына ике төбәктең хөкүмәт вәкилдәре, өлкәнең башҡорт йәмәғәтселеге, тарихсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм йәштәр йыйылды. Сара Башҡортостан-Силәбе дуҫлығының сағыу өлгөһө булды.