Беҙҙә тағы ла ПРЕМЬЕРА!!! 14 декабрь Сибай концерт-театр берекмәһе «СЕРЛЕ МИРАҪ» исемле мюзикл тәҡдим итә!
Был тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Программала “Сулпан” балалар театры һәм филармония артистары ҡатнаша.
Сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова,
режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова,
костюмдар буйынса рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова,
сәхнә биҙәлеше рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров,
композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин,
балетмейстеры – Александр Родионов

Һеҙҙең өсөн ата-бабалар ҡалдырған мираҫ нимә ул?
Бөйөк хандың улы вәзире менән атаһы васыят итеп ҡалдырған серле мираҫты эҙләп донъя гиҙеп сығып китәләр.
Егеттәр сәйәхәте ваҡытында төрлө мажараларға тарый. Таба алырҙармы икән ул серле мираҫты? Тамашабыҙға килһәгеҙ, белерһегеҙ.
Бәлки һеҙгә лә асылыр ул сер…Тамаша Сибай драма театры залында киске сәғәт 7-лә башлана.