Сибай концерт-театр берекмәһе башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды башҡарыу буйынса флешмоб башлап ебәрҙе! 

«Уйыл» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. 

Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында И. В. Салтыков яҙып ала. 
Йыр лирик-эпик характерҙа. «Уйыл» йыры башҡорттарҙың Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәтенә бәйле ижад ителгән. 
Кантон системаһы хакимлыҡ иткән йылдарҙа (1798—1865) башҡорттар урыҫ ғәскәре составында походтарҙа ҡатнашҡан һәм 25 йыл буйы Рәсәй сиктәрен һаҡлау хеҙмәтен атҡарған. Ошо хәлдәр тураһында башҡорттар байтаҡ йырҙар ижад иткән. Шуларҙың береһе — «Уйыл» башҡорт халыҡ йыры. 
«Уйыл» йыры, һүҙҙәренән һәм тәрән драматизмлы көйөнән күренеүенсә, ауыр һәм бик оҙайлы (25 йыл) хәрби хеҙмәттә һәм походтарҙа йөрөгән һалдаттың күңел кисерештәрен, уйҙарын, тыуған ерен һағыныуҙарын һүрәтләй.