Яңы миҙгелдә “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыларҙы премьера менән ҡыуандырасаҡ. Ошо көндәрҙә коллективтың репертуары яңы бейеү менән тулыланды. Ҡуйыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты Рәйес Жәүҙәт улы Низаметдинов.