25-26 сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен  «Берҙәм Рәсәй» партияһының  «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә Башҡортостандың 100-йыллығына арналған мюзикл менән аса.

 Әлеге көндә ролдәр бүленгән, «Сулпан» театры һәм Сибай филармонияһы артистары менән репетициялар бара.

Мюзиклдың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев,

режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов,

композиторы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов,

балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова,

ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов,

костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова.