25 – 26 сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен Республикабыҙҙың 100-йыллығына арналған «Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драма менән аса. Патриотик рух менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле концерт программаһында Башҡортостандың азатлыҡ өсөн көрәш юлы, халҡыбыҙ тарихы, милләт яҙмышы сағылдырыла.

«Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған образдар, йыр-бейеүҙәр аша илебеҙҙең батыр улдарына дан йырлана.

Тамаша «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» – «Театр балаларға» федераль проекты сиктәрендә донъя күрәсәк.

Музыкаль драманың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев,

режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов,

композиторы – Рәсәйҙең  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов,

балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова,

ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов,

костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова.