Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы йәйге ялдарҙан һуң эш башланы. Алдағы сезонда тамашасыларға «Берҙәм Рәсәй» партияһының  «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә филармония коллективы менән “Сулпан” балалар театры артистары бергә әҙерләгән мюзикл тәҡдим итәсәкбеҙ.

Шулай уҡ, башҡорт халҡының йолаларына нигеҙәнеп мили аш-һыуыбыҙға арналған яңы концерт программаһын, балаларға яңы лекторийҙар өҫтөндә эш башланды.

Август айында Сибайҙа үтәсәк ҡала көнөнә лә әҙерлек бара.

Сентябрҙән гастролдәр башланасаҡ.

Ноябрь айында «Сулпан» театры «А зори здесь тихие» спектакленең премьераһын тамашасы хөкөмөнә сығарасаҡ.