1 июндә Сибай концерт-театр берекмәһе быйылғы йылдың тәүге һабантуй тантанаһында ҡатнашты. Филармония артистарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре Благовещенск районында үткән һабантуйҙың сағыу биҙәге булды. Коллективты матур ҡаршы алған ойоштороусыларға, етәкселәргә, артистарыбыҙҙың сығыштарын дәррәү алҡыштарға күмгән тамашасыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.