8 июндә Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Һарытау өлкәһендә үткән Һабантуйҙа ҡатнашты.  Быйыл 29-сы тапҡыр үткәрелгән Һабантуй Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының 100-йыллыҡ юбилейҙарына арналды. Барлыҡ ҡунаҡтарҙы һәм байрамға йыйылған тамашасыларҙы республикабыҙ исеменән Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Бөтә Донъя башҡорттары  ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкиле Алһыу Сирғәлина, Миәкә районы башлығы Ришат Аҡтуғанов сәләмләне.

Беҙҙең артистарҙың сығышы халыҡ байрамының сағыу бер биҙәге булды.

Ә инде 9 июндә Сибай филармонияһы артистарына Һарытау өлкәһенең Пугачев ҡалаһы һабантуйында ҡатнашыусылар ихлас ҡул сапты. �|