2 октябрь Сибай концерт-театр берекмәһе Өфө тамашасыларын һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залына республикабыҙҙың 100-йыллығына арналған ҙур тамашаға саҡыра. 
Концертта бөтә ижади төркөм ҡатнаша: «Сибай» бейеү ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева һәм башҡалар. 

Киске сәғәт 7-лә башлана. 

Билеттарҙы ҡала кассаларында һәм http://biletbar.ru сайтында һатып алырға була. 
Рәхим итегеҙ, дуҫтар!