Сибай ҡалаһының ижади коллективтарын Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале йыйҙы. Культура.РФ порталында тура эфир!!! https://www.culture.ru/live/broadcast/39900/festival-socvetie-druzhby-v-g-sibai

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса планлы өйрәнеүҙәр үткәрелде. Берекмә хеҙмәткәрҙәре күнекмәне уңышлы үтте, сара аҙағында Сибай янғын часы начальнигы Батталов Радмир Илшат улы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрҙе тураһында һөйләне.

Бөгөн беҙҙең сәхнә түрендә – йыш, популяр йырсылар Гөлназ Асаева һәм Вилдан Шәмсетдинов сығыш яһаны. Тамаша тулы зал менән үтте.

“Сулпан” балалар театрының Бөрйән районындағы гастролдәре тамам. Тамашасыларға А.П.Чеховтын «Каштанка» хикәйәһе буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтелде. Цирктың ҡабатланмаҫ атмосфераһын, шаулы урамдарҙың ығы-зығыларын асыҡ итеп күрһәтә алған тамаша балалар тарафынан йылы ҡабул ителде.

Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкмәй, тулы залдар, аншлаг булһа, шул етә. Юҡ, сәнғәт кешеһенә бик күп кәрәк. Уға иғтибар, билдәлелек кәрәк, хатта тамашасы һөйөүе лә аҙ уға, рухи таяныс, милләттәштәренең ихласлығына мохтаж ул. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле концерт программаһы менән республикабыҙҙың туғыҙ ҡалаһы буйлап турнела йөрөп ҡайтты. Нисек ҡабул…

Бөгөн сәғәт 13:45-тә Башҡортостан телевидениеһының “Юлдаш” каналы буйынса Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ҡатнашлығындағы тапшырыу буласаҡ. “Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн” исемле һөйләшеүҙә коллегаларыбыҙ сәнғәт тураһында һәм өлөшләтә мобилизация хаҡында һүҙ алып барасаҡ.

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программаһы менән Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдә йөрөй. Планлаштырылған туғыҙ ҡаланың етеһендә коллегаларыбыҙ уңышлы сығыш яһанылар. Баш ҡалала үткән концерт Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙгә тура эфир аша күрһәтелде. Кискеһен буласаҡ концерт алдынан төрлө уҡыу йорттары талиптарына…

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 17 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә 11 һәм 13 сәғәттә “Пеппи Длинный чулок” балалар өсөн спектакле менән сығыш яһаны.

Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге Ҡазан ҡалаһында мобилизация буйынса хәрби полигонда әҙерлек үтеүсе егеттәребеҙҙең хәлдәрен белешеп ҡайтты. Хәл белешеү, теләктәр әйтеү – борондан килгән изге йола. Хәрби хеҙмәттә кәрәкле әйберҙәр, тыуған яҡ күстәнәстәре (бигерәк тә шифалы ҡымыҙ!) коллегаларыбыҙҙа танһыҡлы хистәр уятҡандыр. Ҡыҙҙарыбыҙ триоһы башҡарыуындағы “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ” йыры рухи күстәнәс булып, социаль селтәрҙәрҙә күпләп урын алды….

Берҙәмлек һәм теләктәшлек өлгөһөн күрһәттек Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан буйлап гастролдәрен дауам итә. Тамашасылар өсөн сәхнә оҫталары үҙенсәлекле «Дәртле йәшлек бейеүҙәре — һағындырҙың, РИТАЙЫМ!» тигән концерт программаһын әҙерләне. Режиссеры һәм балетмейстеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының төп белгесе Гөлназ Аҡназарова. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән…

Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы уңайынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика яугирҙәренә рухи теләктәшлек белдереп, Өфө артистары флешмоб ойошторҙо. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа улар “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тик бейеүҙәрҙән генә торған “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле программаһы менән Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролгә сыға. 12 октябрь – Күмертау ҡалаһы, 13 октябрь – Ишембай ҡалаһы, 14 октябрь – Дәүләкән ҡалаһы, 15 октябрь – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 16 октябрь – Өфө ҡалаһы, 17 октябрь -Мәләүез ҡалаһы, 18…