Главная » Статьи

Всего материалов в каталоге: 27
Показано материалов: 21-27
Страницы: « 1 2 3

«Сибай ҡала филармонияһының бинаһы ғына янды, әммә беҙ имен һәм киләсәктә үҙебеҙҙең нимәгә һәләтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ әле. Сәнғәт янмай, коллегалар!»—тип яҙғайны «Бәйләнештә» селтәренең диуарында Башҡортостандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәйев. Көтмәгәндә ҡапҡан ут, ысынлап та, сәнғәт ҡомартҡыһы булған Сибай концерт-театраль берекмәһе (филармония) бинаһын сафтан сығарҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ижади коллектив үҙенең 22-се миҙгелен Сибай башҡорт дәүләт драма театрында уңышлы асып ебәрҙе. Бөгөн артистар эшмәкәрлектәрен элекке БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы бинаһында дауам итә. Коллективтың етәксеһе лә алмашынды. 2015 йылдың 28 октябренән Сибай филармонияһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миннеғәле улы Ҡотошев етәкләй. Был исем сибайҙарға яҡшы таныш. Шуға күрә яңы директор менән ҡорған әңгәмәне үҙе менән таныштырыуҙан түгел, ә ҡайһы тарафтарҙа йөрөп, ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеп ҡайтыуынан башланыҡ.
—Айбулат Миннеғәле улы, бынан 3 йыл йыл Сибай башҡорт дәүләт театры тамашасыһы һеҙҙе ҡапыл юғалтты. Кешене эсәр һыу, ризыҡ йөрөтә тиҙәр бит, ҡайһы яҡтарҙа эшләп килдегеҙ?
—Эйе, уҙған быуат аҙаҡтарында Өфө сәнғәт академияһы Сибай театры өсөн әҙерләгән махсус төркөмдә белем алыуым таусылар төйәгенә илтте. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында 15 йылдан ашыу актер булып эшләнем. Заманында Ишембайҙан йүнәлтмә буйынса Белорет районына балалар уҡытырға барған атайым әсәйемдең тыуған ауылы Мөхәмәт ауылында төпләнергә ҡарар иткән. Шуға ла минең сығышым Белорет яҡтарына барып тоташа. Бер шулай атайымдың тыуған яҡтарына гастролгә сыҡҡанда Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайына директор булып килергә саҡырҙылар. Был юҫыҡта көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Бер йылдан иһә Ишембай ҡалаһы һәм районының мәҙәниәт бүлегенә начальник итеп үрләттеләр. Әйтергә кәрәк, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалдым. Ишембай Башҡортостандың иң яҡшы мәҙәни башҡалаһы конкурсында өсөнсө урын яуланы. Мин барғанда ҡала-райондың 16 ансамбле халыҡ, өлгөлө исемдәрен йөрөтә ине, өс йыл эсендә уларҙың һаны 25-кә етте.
—Күреүебеҙсә, уңышлы ғына эшләп йөрөгәнһегеҙ, янған филармонияға етәксе булып килергә нисек йөрьәт иттегеҙ?
—Бындай тәҡдим булғас та: «Мин эшләмәһәм, кем эшләр?» —тигән принципҡа таяндым. Сибай ят ҡала түгел, бында мин актер булараҡ танылдым, филармония коллективы ла миңә яҡшы таныш. Әйтергә кәрәк, коллектив мине йылы ҡабул итте. Йөҙөп йөрөп ижад итергә дәрт тә, көс тә бар. Етмәһә, Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Сибай филармонияһын яҡын арала терегеҙеү маҡсатын ҡуйҙы. Күмәк көс менән мәҙәниәт ҡомартҡыһын яңыртасағыбыҙға ышанам.
—Ҡасан үҙ сәхнәгеҙгә ҡайтырға иҫәп тотаһығыҙ?
—Үрҙә әйтеүемсә, Рөстәм Зәки улы филармонияны яңыртып төҙөүгә 2 йыл ваҡыт бирһә, мәҙәниәт министры 3 йыл эсендә беҙҙе үҙ ҡыйығыбыҙ аҫтында күрергә теләй. Төҙөлөштө оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки 2020 йылда Башҡортостандың башҡалаһы Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Ошо абруйлы сарала Сибай концерт-театраль берекмәһе коллективы ныҡлы аяғында быҫып торған, үҙенең бинаһы булған, атаҡлы артистар булараҡ сығыш яһарға тейеш.
—Урында мәҙәни тормошто бина ғына билдәләмәй бит әле. Артистар тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
—Әлбиттә, төп терәгебеҙ—артистар. Сибай концерт-театраль берекмәһе коллективы ҡаланың барлыҡ мәҙәни, сәнғәт  саралары эсендә ҡайнай. Шулай ҙа ижади коллективты көсәйтеү зарур. «Сибай» бейеү ансамбле бейеүселәренең 70-80 проценты пенсия йәшенә яҡынлаша. Бейеүсенең сәхнәләге ғүмере ҡыҫҡа шул, яңы балет артистары кәрәк. Был миҙгелдә яңы йырсы Алмаз Хөсәйенов сәхнәгә сыҡты. Быға тиклем ул һәүәҫкәр генә булараҡ билдәле булһа, хәҙер профессиональ кимәлдә сығыш яһай. Филармония вокалистары—Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, популяр йырсылар Fаяз Fәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлия Нурлы яратҡан тамашасыларын ижадтары менән ҡыуандырыуҙарын дауам итә. «Сибай» бейеү ансамбле, «Сулпан» балалар театры артистары ла күптән ҡала халҡының һөйөүен яулап өлгөргән.
—Тағы күсенеүгә ишле ғаиләгеҙ нисек ҡараны?
—Сибайға тигәс балалар шунда уҡ риза булды, етмәһә ҡалалағы фатирыбыҙҙы һатмағайныҡ. Бынан 3 бала менән күсенгәйнек. Аллаға шөкөр, Ишембайҙан тағы артып ҡайттыҡ. Шул ике йәш ярымлыҡ Айгүзәлгә генә Сибай ятыраҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Айзилә БДУ-ның физика-техник факультетында уҡый. Улыбыҙ Динислам 7 класта белем ала. Аҡйондоҙ менән Айгүзәл «Әкиәт» балалар баҡсаһына йөрөй башланы.
—Яңы йылды ниндәй уңыштар, өмөттәр менән ҡаршы алаһығыҙ?
—Ҡала, республика тамашасыларына беҙ Сибай филармонияһы, «Сулпан» балалар театры эшләүен иҫбат итергә тейешбеҙ. Сер түгел, Сибай концерт-театраль берекмәһе башҡорт төбәгендә милли мәҙәниәтте башҡаларға таратыусы иң көслө учреждениеларҙың береһе. Урал аръяғының, Сибайҙың сәнғәте башҡа тарафтарҙыҡынан айырылып тороуын да һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Шуға ла мин бында эшләргә ҡуш ҡуллап ризалаштым. Концерттар, спекталдәр ҡуйыу буйынса дәүләт йөкләмәһен үтәү өсөн тырышабыҙ.
Ошо көндәрҙә филармония артистары Ырымбур яҡтарынан, «Сулпан» балалар театры труппалары Мәсетле, Салауат райондарынан гастролдән ҡайтты. Декабрь айында ҡалалаштарға «Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки операция Б» музыкаль комедияһын ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ.
Киләсәктә иһә йырсыларға костюмдар тектереү, бейеүселәргә итектәр яңыртыу мотлаҡ. Музыкаль йәһәттән алға китеш өсөн аппаратура һатып алырға кәрәк. Ҡалала ғына түгел, эргә-тирәләге райондарға сығып балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн Яңы йыл иртәлектәре, кисәләр уҙғарырға иҫәп тотабыҙ.
Яңы йылдан тик яҡшы үҙгәрештәр, именлек һәм тыныслыҡ көтәбеҙ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, ижади ҡомар һәм яңы үрҙәр  теләйбеҙ!
 
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.
Мои статьи | Просмотров: 212 | Добавил: Администратор | Дата: 03.02.2016 | Комментарии (0)

Программа "Тәмле" с участием Сумбуль и Гайсар Муратовых
Мои статьи | Просмотров: 196 | Добавил: Администратор | Дата: 02.02.2016 | Комментарии (0)

Рустэм Хамитов: «Мы восстановим филармонию»
Римма ЮНУСОВА/ "Сибайский рабочий"

Многих сибайцев волнует судьба пострадавшей 
в пожаре филармонии. 
Уверенность в ее благополучном будущем появилась после того, как на встрече с представителями республиканских СМИ Главы Башкортостана Рустэм Хамитов сказал: «Мы восстановим филармонию. Это будет хорошее и современное здание. Кстати, это памятник культуры. Мы не можем его разрушать. Модернизируем, увеличим зал, площади, которые будут у филармонии. За пару лет мы с этой историей справимся. И в конечном итоге Сибай получит хороший концертный зал, хорошую площадку».
Новый директор Сибайского концерт­но-театрального объединения Айбулат Миннигалеевич Кутушев поделился некоторыми планами: 
- Филармония действительно под контролем Рустэма Закиевича и Министерства культуры республики. В следующем году предстоит большая подготовительная бумажная работа. На проектно-сметную документацию по­требуются немалые средства и время. 
В течение месяца в Сибае будут изучать ситуацию проектировщики отдела регулирования госзаказа, строитель­ства, развития материально-техниче­ской базы г. Уфы. Реконструкцию здания включат в РАИП. Думаю, всем - и зрителям, и сотрудникам стоит проявить терпение, чтобы через два-три года получить современное, отвечающее всем требованиям здание. Это будет многофункциональный центр с концертными площадками, выставочным залом, кафе, мощным световым и музыкальным оборудованием. Исторический фасад с колоннами останется прежним. Имея зрительный зал на 700 мест, мы сможем приглашать столичных звезд. 
Приятно, что коллектив филармонии в городе и республике все поддер­живают, интересуются, предлагают помощь. Наши концерты проходят на площадках драмтеатра им. А. Мубарякова, театра «Сулпан». Впереди - новогодние утренники, и мы готовы выступать с интересными программами для детей. 
Артисты активно гастролируют, в планах поездка в Ханты-Мансийск. Мы не можем постоянно оглядываться на трагическое происшествие, связанное с пожаром, нам надо двигаться вперед, радовать зрителей яркими выступлениями. Так что все у нас будет хорошо. 
С наступающим Новым годом!
Мои статьи | Просмотров: 297 | Добавил: Администратор | Дата: 02.02.2016 | Комментарии (0)

УФА, 15 апр 2015. /ИА «Башинформ», Лейла Аралбаева/. Успешно завершились гастроли артистов Сибайского концертно-театрального объединения Республики Башкортостан в Челябинской области.

Программа концерта «Идет солдат по городу» была посвящена 70-летию Победы в Великой Отечественной войне. На сцене сменяли друг друга солисты — заслуженные артисты Башкортостана Рустам Хасанов, Баязит Байназаров, певица Залия Нурлы и полюбившаяся всем фольклорно-эстрадная группа «Тархан», созданная выпускниками Сибайского института БашГУ. Репертуар группы разнообразен и включает как песни собственного сочинения, известных композиторов, так и народные песни в современной эстрадной обработке.

— Артисты из башкирского города Сибая покорили сердца челябинских башкир. Всеобъемлющая любовь к своей земле, культуре, гордость за родной Башкортостан — этим чувством был наполнен каждый концертный номер сибайских артистов. Действо рассказало зрителям о богатой истории республики. Много красивейших костюмов, потрясающие голоса, виртуозное исполнение, оригинальные постановочные и световые решения — каждый аккорд шоу поразил и очаровал искушенного зрителя. Красочное шоу стало настоящим подарком для почитателей башкирской культуры, — отметил пресс-секретарь Постоянного представительства Республики Башкортостан в Челябинской области Михаил Хабиров.

Выступления прошли и в сельских школах Аргаяшского района. В селе Кулуево Аргаяшского района для детей из Березовской коррекционной школы и Кулуевского детского дома был дан благотворительный концерт.

За отличное выступление и доставленную радость от имени Представительства РБ в Челябинской области артистам Сибая были вручены Почетные грамоты.

 

Читать полностью: http://www.bashinform.ru/news/719916-artisty-sibayskogo-kontsertno-teatralnogo-obedineniya-vystupili-na-yuzhnom-urale/#ixzz3XUku2WAv

Мои статьи | Просмотров: 328 | Добавил: STRANGE | Дата: 16.04.2015 | Комментарии (0)

Артисты Сибая покорили сердца башкир Южного Урала
Успешно завершились гастроли артистов Сибайского концертно-театрального объединения Республики Башкортостан в Челябинской области, посвященные 70-летию Победы в Великой Отечественной войне.
Программу концерта «Идет солдат по городу» в честь 70-летнего юбилея Победы в Великой Отечественной войне артисты Сибайского концертно-театрального объединения для южноуральского зрителя шлифовали день и ночь. Много красивейших костюмов, потрясающие голоса, виртуозная музыка, оригинальные постановочные и световые решения – каждый «аккорд» шоу поразил и очаровал искушенного зрителя. 
Артисты из башкирского города Сибая покорили сердца челябинских башкир. Во время выступления артистов в зрительном зале сразу создавалась удивительная атмосфера большого праздника народной культуры. Башкирские артисты предстал перед зрителями во всей своей красоте. Всю программу коллектив отработал великолепно. Наблюдать за выступлениями сибайских артистов, по словам зрителей, одно удовольствие.
Кроме концертов для взрослого населения концерты прошли в сельских школах Аргаяшского района и был дан благотворительный концерт в Кулуево Аргаяшского района для детей из Березовской коррекционной школы и Кулуевского детского дома. 
Огромную признательность за отличное выступление и доставленную радость от имени Представителя РБ в Челябинской области выразил артистам пресс-секретарь Постоянного представительства Республики Башкортостан в Челябинской области Мухамат Хабиров, который вручил Почетные грамоты артистам Сибая.
По окончании выступления зрительный зал в Челябинске долго не хотел отпускать полюбившихся им артистов. В знак глубокого уважения к творчеству артистов Сибая и преклонения перед великим искусством зал встал. Артистов щедро вознаградили горячими овациями.
15-04-2015
 

Автор:  Михаил Хабиров
Источник:  «Культурный мир Башкортостана» 
Мои статьи | Просмотров: 334 | Добавил: STRANGE | Дата: 16.04.2015 | Комментарии (0)

Мои статьи | Просмотров: 536 | Добавил: STRANGE | Дата: 04.05.2014 | Комментарии (0)

 9 октябрь Сибайҙар һәм килгән ҡунаҡтар ҡала көнөн байрам итте.
Был көндө Сибай ҙур бер сәхнәне хәтерләтте, төрлө күргәҙмәләр, йәрминкәләр, балаларҙың шат тауыштары һәм башҡа төрлө уйын-көлкөләр. Көндөҙ үҙәк майҙанда "Этно ҡаласыҡ" исеме аҫтында тирмәләр күргәҙмәһе, балалар концерты булһа, кискеһен Сибай филармонияһы , Республика йондоҙҙары һәм үҙешмәкәр коллективтар тарафынан ҙур концерт күрһәтелде. Ҡала көнө байрам фейерверкы менән бөтөрөлдө.
Мои статьи | Просмотров: 769 | Добавил: STRANGE | Дата: 30.11.2013 | Комментарии (0)

1-10 11-20 21-27