Главная » Статьи » Мои статьи

Бейер өсөн тыуған ул!
 Бер аҙ алға эйелә биреп, дала юлынан бер ҡыҙ йүгерә... Ҡайҙа ашыға ул? Ниндәй хафаға ҡалған үҫмер? Артынан елдергән мотоцикл тауышына боролоп та ҡарамай, һаман алға юртыуын белә... Тик мотоцикл янына килеп туҡтағас ҡына, рулдәге кешенең атаһы икәнлеген абайланы.

Сәнғәткә илткән юл 
– Һай, сабаһың да, Ләйсән ҡыҙым, бәйгеләге юртаҡмы ни! – Әсхәт ағай ҡыҙына уйынсалап һүҙ ҡушып, уға һораулы ҡарашын төбәне. – Әсәйең “әллә Ләйсән булды инде – эш араһында абайламайыраҡ ҡалдым, берәү йүгереп инде лә сыҡты” тигәс, артыңдан ҡыуа төшкәйнем...
Ун саҡрым тирәһе араны йүгереп үтеүҙән тамам хәлһеҙләнгән ҡыҙ, йыш-йыш тын алып, мотоцикл бишегенә йомолдо.
– Уй, атай, бая һин беҙҙе “Сиҙәм” туҡталышына килтереп киткәс, бәләкәй сумкамдың өйҙә ҡалғанын абайланым. Ә бөтөн документтарым, поезға билетым, һеҙ биргән аҡса шул сумкала бит, артыңса ауылға кире йүгерҙем... Әсәйгә аңлатып торорға ваҡытым булманы шул... – Егерме саҡрымдан ашыу араны сәғәт араһында йүгереп әйләнгән ҡыҙының тынына сәсәй-сәсәй аҡланып маташыуына йылмайып ҡына ҡуйҙы Әсхәт ағай.
– Кирегә алып килергә атайыңдың матайы барлығын да оноттоңмо ни, ҡарһалан, – атаһының шаян һүҙҙәр менән арҡаһынан һөйөп ҡуйыуы, автобусҡа, тимәк, Сибай – Өфө поезына ла һуңланым инде, тип өҙгөләнгән Ләйсәндең арыуын да, хафалы уйҙарын да ҡул менән һыпырып алғандай булды. Туҡталыш янына барып етеүҙәренә Аҡъяр яғынан автобус та күренде...
Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында уҡып йөрөгән Ләйсән Әлмөхәмәтованың беренсе етди һынауы ине был. Бәләкәйҙән бейеүсе булырға хыялланһа ла, ата-әсәһенең һүҙен йыҡмаҫ өсөн уҡырға ингәйне ул ошо юғары уҡыу йортона. Тик йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиеүҙәре дөрөҫтөр, беренсе курстан уҡ БДУ-ның “Ирәндек” бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай. 
Аҙаҡ билдәле бейеүсе булып киткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова етәкселегендәге ошо йәш коллектив Ләйсәндең балалыҡ хыялын тормошҡа ашыра, уның артабанғы яҙмышын хәл итә лә инде. Университетта уҡыған биш йыл буйына сәхнәлә бейеүе, ансамбль составында алыҫ Төркөстанға барып ҡайтыуы, Харьков, Красноярск ише эре ҡалалар тамашасыһы алдында сығыш яһауы ҡыҙ күңеленә дәрт-дарман өҫтәй, ҡанат ҡуя. Үтә лә оялсан, баҙнатһыҙ ауыл ҡыҙы шул бейеүгә булған һөйөү ерлегендә кешеләр менән аралашырға, башҡалар араһында ҡыйыуыраҡ булырға өйрәнә. 
...“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Ләйсән Таштимерова уҙған быуаттың 70-се йылдары башында Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында Эльвира менән Әсхәт Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә дүрт баланың иң өлкәне булып донъяға килә. Әсхәт ағай ошо ауылда тыуып үҫһә, Эльвира апай Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәктәренең береһе булған Ҡалтасы районының Яңы Ҡабан ауылында буй еткергән Ағиҙел һылыуы. Һүҙ ыңғайында ғына әйтеп китәйек, Эльвира Заһрый ҡыҙы күренекле йырсы – Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әлфиә Авзалованың ауылдашы булыуы менән ғорурланып йәшәй. Әйткәндәй, үҙе лә бик матур йырлауы менән билдәле. Әсхәт ағайҙың ҡолас йәйеп бейегәнен, Эльвира апайҙың ихлас моңон ишетмәгән-күрмәгән кеше юҡтыр Иҫәнгилделә.
“Сәхнәлә – “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Ләйсән Таштимерова!” – алып барыусылар ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе була, зал дәррәү алҡыштарға күмелә. Ләйсәндең һынатмаҫын, бейеү теле аша тамашасы күңеленә һүнмәҫ осҡон һалырын һәр тамашасы белеп тора, унан тик һоҡланғыс бейеү сәнғәте өлгөһөн көтә... Ләйсән башҡарған “Оҙонсәс”, “Ҡоралай” кеүек яңғыҙ, “Порт-Артур”, “Һыу буйында осрашыу” ише парлы бейеүҙәр бөгөн ансамбль тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. “Киндер туҡмау”, “Шаян еңгәләр”, “Байтал юрға”, “Байрам” һәм башҡа бик күп күмәк бейеүҙәрҙә, “Калинка” рус халыҡ һәм сиған бейеүендә лә уның үҙ йөҙө, үҙенсәлекле башҡарыу алымдары бар. Дөйөмләштереп әйткәндә, Ләйсән – бейеү сәнғәтенең нескәлектәрен, серен тәрәндән аңлаған, шөғөлөнә ысын сәнғәт өлгөһө итеп ҡараған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән оҫталарҙың береһе.
– Бәләкәйҙән шул турала хыялланып үҫкәнгәме икән, бар бейеүҙе бөтә һәләтемде һалып, булмышымды бағышлап башҡарырға тырышам, – тине ул. – Хәрәкәттәреңә ниндәй ым-ишара, мәғәнә һалыныуын аңлап, төшөнөп бейегәндә генә тамашасылар менән бәйләнеш, гармония барлыҡҡа киләлер ул. Һәр хәлдә, мин шулай уйлайым. Ә ҡыҙҙарым Әлиә менән Хазина балалар баҡсаһынан алып бейей. Икеһе лә “Гөлдәр” балалар өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Бейеү-бейемәүҙәре тураһында һүҙ ҙә булғаны юҡ – үҙ иректәрендә. Шулай ҙа атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит халыҡта...
Сибай мәктәп-интернатын көмөш миҙалға тамамлаған Ләйсән университетта ла һынатмай. Математика уҡытыусыһы дипломы алған ҡыҙ бала саҡ ҡалаһына ҡайта. Ундағы 2-се мәктәптә һөнәре буйынса эш башлай, шул уҡ ваҡытта ҡалала күптән түгел генә асылған филармонияла бейеүен дауам итә. Уҡыусыларына хореография буйынса дәрестәр ҙә бирә. Тик йәне һөйгән бейеү сәнғәтенән айырыла алмайынса, бер йылдан Сибай филармонияһына бөтөнләйгә эшкә күсә. 1995 йылдан бөгөнгә тиклем Ләйсән Әсхәт ҡыҙы, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балет артисы булып эшләй. 
Бәләкәй сағынан Сибайға килеп, киләсәккә осор ҡанатын нығытҡан, артабанғы яҙмышын да ҡала менән бәйләгән ҡыҙ үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын да ошонда таба. Тормош юлдашы – Баймаҡ районының Бикеш ауылы егете Юрис менән ун биш йылдан ашыу инде татыу ғүмер итәләр. Йәш сағында үҙе лә вокаль-инструменталь ансамбль составында концерттар ҡуйып йөрөгән кеше булараҡ, кәләшенең хеҙмәтен аңлап, һәр яҡлап булышлыҡ итеп тора. Йәшлегендә башына самауыр ултыртып, ултырғысҡа баҫып бейегән ҡәйнәһе Фәрзәнә апай ҙа бейеүсе киленен бик яратып, үҙ балаһылай күреп ҡабул итә.

Ләйсәндең ҡыҙыҡлы хәлгә тарығаны
Уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағы... Азамат Тимеров етәкселегендәге бригада республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһе булған Балаҡатай яҡтарына гастролгә юллана. Филармония баянсыһы Радик Ғабдуллин ошо райондың Айғыръял ауылынан һәм бөтә труппа уның ата-әсәһенә фатирға туҡтай. Көн дә кис ауылдар буйлап концерт ҡуялар ҙа, һуң ғына ҡайтып, йоҡларға яталар... Бер нисә көн артист ҡыҙҙарҙың кемлеген өйрәнгән хужабикә Люциә апай бер мәл Ләйсән менән Гөлнара Яманаеваға (Байназарова): “Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ иртәгә иртәрәк тороп, миңә һарыҡтарымды ҡырҡырға ярҙамлашығыҙ әле?” – тип өндәшә. Йәйге төндөң иң ҡыҫҡа ваҡыты – ятырға ла өлгөрмәйһең, таң ҡыйыла башлай. 
Концерттан һуң дискотекала йөрөгән ҡыҙҙар таң алдынан ғына ҡайтып инә. Хужабикә уятып бимазаламаһын тигән уй менән улар тәғәйен карауаттарына түгел, йәшенеп, икенсе урынға барып ята.
Сәғәт биштәр тирәһендә Люциә апай, ысынлап та, ҡыҙҙарҙы эҙләй башлай. Уның улай-былай үтеп: “Ләйсән! Гөлнара!” – тип ҡый-ҡыу һалыуын ишетһәләр ҙә, береһе лә өндәшмәй. Шулай ҙа хужабикә уларҙы тиҙ таба, һәм ҡыҙҙарға тороп, ҡулдарына ҡырҡҡы алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Серәкәй-ләпәк мыжғып торған һарай эсендә йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа һарыҡ ҡырҡырға тотоналар улар. Яңылыш малҡайҙарҙың тиреләрен дә киҫкеләп бөтәләр. 
Ун-ун биш һарыҡтың йөнөн алып, хужабикәне саҡырһалар, Люциә апай аптырауҙан бот саба: “Эй, ҡыҙҙар, күршемдең һарыҡтарын ҡырҡҡан да ҡуйғанһығыҙ бит... Әйткәйнем дә инде, минекеләрҙең ине бар, тип...” Уның ҡарауы, гастроль аҙағына әлеге һарыҡтарҙың береһен салдырып, һый-хөрмәт менән оҙатып ҡала апай... Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе әле лә йыш иҫкә алып, көлөшөп ала ҡыҙҙар.
– Яңынан йәшәргә тура килһә, ошо уҡ юлды, ошо уҡ ғаиләмде һайлар инем, – ти Ләйсән Әсхәт ҡыҙы. – Тылың ныҡ булмаһа, яратҡан эшең дә бәхет килтерә алмайҙыр ул. Был йәһәттән үҙемде өлөшлө иҫәпләйем һәм башҡаларға ла, тормошта үҙ юлдарын табып, йән һөйгәндәре менән бергә тигеҙ ғүмер юлы үтеүҙе теләйем.
Автор: Мотал РӘМОВ.

Источник: http://bashgazet.ru/obshestvo/26038-beyer-sn-tyuan-ul.html
Категория: Мои статьи | Добавил: kulina_82 (24.04.2017)
Просмотров: 196 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]