Главная » Статьи » Мои статьи

"Һеҙ минеке, тимәк, мин – һеҙҙеке, бөрйәндәрем!" Б.Байназаров
Танылған йырсы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтың исеме бөгөн тотош республикабыҙҙа һәр кемгә яҡшы таныш. Уның үҙенсәлекле моңо, сәхнәлә үҙен тотоу манераһы, артислыҡ һәләте күптәрҙә хаҡлы һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Ябай йырсы ғына түгел ул Баязит,  кәрәк мәлендә ер һелкетеп бейеп тә китә, килештереп төрлө ролдәрҙе лә башҡара, ҡыҫҡаһы, киң диапозонлы сәхнә оҫтаһы!
–Баязит, яҡташтарыңа – Бөрйән районы халҡына ниндәй сәләмдәр күндерерһең?
–Иң элек мин уларҙың заман ауырлыҡтарына ҡарамай, һәүетемсә генә донъя көтөүҙәренә ҡыуанам һәм артабан да шулай тернәксел, еребеҙҙең ысын хужалары булып ҡалыуҙарын теләр инем. Ғөмүмән, беҙҙең бөрйәндәр әүәл-әүәлдән әҙерҙе көтөп ултырмаған, бар нәмәне лә хәләл көстәре менән табып өйрәнгән, тыуған ер ҡәҙерен сәңгелдәктән үк аңына һеңдереп үҫкән халыҡ. Киләсәктә лә ысын аҫаба башҡортлоҡ рухын юғалтмай, ил ҡәҙерен, тел бәҫен белеп, рухтарын һындырмай йәшәһендәр ине!
–Күптән түгел һин үҙеңдең сираттағы юбилейыңды билдәләнең. Сәхнә тормошоңа ла ун биш йыл ваҡыт үтеп китте. Ошо йылдар эсендә ярайһы ғына уңыштарға ла өлгәштең. Һиңә тормошҡа юл күрһәткән, яныңда терәк-таяныс булған кешеләр – яҡындарың да барҙыр бит?
–Әлбиттә, мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен һәм миңә ғүмер биргән, тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйемә бөгөн дә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Мине аң-белем юлынан әйҙәгән, тормош һынауҙары алдында баш эймәҫкә өйрәткән уҡытыусыларым, туғандарым, яҡындарым алдында ла бурыслымын. Ә инде күптән түгел генә мине малайлы итеп ҡыуандырған, ҡыҙҙарыма туптай ҡусты бүләк иткән кәләшем яҡын кәңәшсем генә түгел, ышаныслы тылым да – уға рәхмәтлемен!
–Сер булмаһа, тамашасыларың алдына ниндәй уйҙар менән сығасаҡһың?
–Барыһынан элек, мин барлыҡ яҡташтарыма яратып һәм үҙ итеп бағасаҡмын! Бит кеше ҡайҙа ғына йөрөмәһен һәм кем генә булып эшләмәһен, барыбер тыуып үҫкән еренең бер өлөшө, патриоты булып ҡала һәм был тойғо уны ғүмере буйына оҙата килә! Бына шуғалыр ҙа мин дә, Бөрйәнем, тип, яҡташтарым өсөн йән атып йәшәйем һәм бар булмышымды, бар һәләтемде тик уларға ғына бағышларға, тик уларға ғына бүләк итергә теләйем! Быны концертҡа килгән һәр кем үҙе лә тойор һәм аңлар, моғайын!
–Тыуған ереңә, яҡташтарыңа булған һөйөүең ярылып ята был һүҙҙәрҙә... Ә концерт программаң хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтеп китмәҫһеңме һуң?
–Йәшерер серем юҡ – концерт минең  йыллыҡ хеҙмәтемә отчет ролен дә үтәр, моғайын. Сөнки программаға быға ҡәҙәр мин йырлаған йырҙар, сәхнәлә мин тыуҙырған образдар индерелде. Йәшерәк саҡта уйнаған ролдәремде яңынан тергеҙәм – нимәһелер элеккесә үк килеп сыҡмаҫ, ә ҡайһы бер урындарында йылдар буйы тупланған тәжрибәм үҙенекен итер... Биғәйбә, барыһында яҡташтарым хөкөмөнә тапшырам!
–Афарин, Баязит, яҡташтарың алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаҫ, тип ышанайыҡ! Һиңә уңышлы сығыштар, ә һине күрергә, моңло йырҙарыңды тағы бер тапҡыр ишетергә, һинең һәләтеңә, дәрт-дарманыңа һоҡланырға, тип тамашаға киләсәк бөрйәндәргә күңелле ял теләйһе генә ҡала!
–Рәхмәт! Изге теләктәрегеҙҙе аҡларға, бар һәләтемде һалып сығыш яһарға тырышырмын, Алла бирһә!
 
–Иҫке Собханғол мәҙәниәт йорто тамашасылар менән шығырым тулы булһын! Яҡташтарыңдың ихлас,эскерһеҙ алҡыштарынан көс-ҡеүәт алырға яҙһын!

Мотал Рәмов әңгәмәләште.

Источник: http://tanburzyan.jimdo.com/
Категория: Мои статьи | Добавил: Администратор (19.02.2016)
Просмотров: 234 | Теги: филармония, Бурзян, СКТО, Гастроли | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]