21 ФЕВРАЛЬ– ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ

21 ФЕВРАЛЬ– ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ Туған тел – тыуғандан бирле оҙатып йөрөгән тел. Әсә теле беҙгә ҡан аша, йән аша олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған аманат. Туған тел арҡылы донъяны танып беләбеҙ, хис-тойғоларыбыҙҙы, уй-фекерҙәребеҙҙе башҡаларға еткерәбеҙ. Туған телдең сиктәре тыуған ил эсенә йомолған, тел аша милләттәштәрҙең таянысын тойоп йәшәүгә бәйле ул. “Иле барҙың – теле бар”, тип,…

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә…

Йыл башын Сибай концерт-театр берекмәһе артистары яңы программа менән башланы, “Яңы йылым – яңы йырым! ” исемле проект буйынса бик матур йырҙар башҡарып, тамашасылар күңелен яуланы. Байрам көндәрен 2-се Этҡол, Йәнйегет, Хәлил һәм Басай ауылдары халҡы моңло йырҙар тыңлап үткәрҙе. Ошо тамаша Сибай халҡына 13 ғинуар киске сәғәт етелә күрһәтеләсәк. Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис (30…

Сумбуль Муратова

Йыр – моңға үтә лә әүәҫ сибайҙар! Билдәрен ҡыҫып быуһа, быуырҙар, концерттан ҡалмаҫтар. 22 февраль көнө Балалар ижады үҙәгендә Сөмбөл Моратованың соло – концертына йыйылған тулы зал тамашасылар быға тулы дәлил. Моңло йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап елкенеп, музыка тулҡындарында бәүелеп, сәнғәт донъяһында талпынып таралышты улар.

15 февраль көнө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры сәхнәһендә “Сибай” бейеү ансамбленең концерты гөрләп үтте. Ярата шул беҙҙең халыҡ сәнғәттең был төрөн! Бейеү бит ул күп осраҡта күтәренке кәйефкә, дәрт-дарманға бәйле. Бөгөнгө көндә беҙгә ана шул оптимизм, киләсәккә өмөт менән ҡарау бик мөһим. “Ынйыҡай” бейеү студияһында шөғөлләнеүсе балаларҙың ағай-апайҙарының үксәһенә баҫып, сәхнәне дер һелкетеүҙәре…

22 февраль көнө 19-00 сәғәттә Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда Сөмбөл Моратованың соло-концерты була. Ижадташ дуҫтары менән бергә ул һеҙҙе күңелле тамашаға саҡыра. Билеттарҙы Сибай ҡалаһы, Пушкин урамы, 17 адресы буйынса, Балалар ижады үҙәге кассаһында һәм онлайн түбәндәге һылтанма буйынса алырға була. Пушкин картаһы” буйынса түләү мөмкинлеге бар. https://sibay-concert.ru/xo_event/6250/ ☎ +7 937 156-00-26

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙе 15 февраль көнө сәғәт 19.00. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына тик бейеүҙәрҙән генә торған мәртәбәле тамашаға саҡырабыҙ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған милли бейеүҙәребеҙҙән тыш, төрлө халыҡ бейеүҙәрен күреп, хайран ҡалырһығыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ: бейер өсөн генә тыуған бейеүселәребеҙҙең дәрт-дарманы һеҙгә лә күсер. Күтәрә алғандай күтәренке кәйеф менән ҡайтырһығыҙ! Сәләм менән “Сибай”…

КОНЦЕРТЫМА САҠЫРАМ!

Мәҙәниәт 2020 йыл – Сысҡан (Ҡомаҡ) йылы. Был йондоҙнамә аҫтында тыуғандар дәртлеләр, әүҙемдәр. Шуларҙың береһе – Сөмбөл Моратова. Сөмбөл Моратова, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы: Йылдар бер-береһенә оҡшамаған, әммә уларҙың һәр береһе үҙенсә матур. Ергә үҙ йылым—Ҡомаҡ йылы килде. Һәр ваҡыттағыса Яңы йылды өйҙә, ғаилә менән ҡаршы алдыҡ. Уҙған 2019 йылда яңы программалар өҫтөндә эшләнек, үҙебеҙҙе…

План мероприятий

Сибайское концертно-театральное объединение Главная Афиша Гастроли Новости О нас Схема зала Документы ВАКАНСИИ План мероприятий История СМИ о нас Наши достижения Антикоррупционная деятельность Контакты и реквизиты Персоналии Администрация Художественный персонал Артисты вокала Ансамбль народного танца «Сибай» Детский театр «Сулпан» Оркестр Специалисты Репертуар Концертные программы Спектакли Репертуар ансамбля народного танца «Сибай» Добрые дела Youtube план мероприятий