Башҡорт теле көнө

Туған телде әсә теле тип йөрөтәләр. Бала тәү башлап туған телен әсәһенән ишеткәне, бишек йырын туған телендә тыңлағаны өсөн генә түгел, әлбиттә. Был күренештең тамырҙары, мәғәнәһе бик тәрән: туған телгә мөнәсәбәтте, һөйөүҙе әсәйҙәргә булған тоғролоҡ менән тиңләргә була. Сәнғәттә, бигерәк тә нәфис әҙәбиәттә, туған телдәге һүҙҙәр байлығы киң сағылыш таба. Был йәһәттән башҡорт әҙәбиәтендә туған…

“ЕРӘН БЕСӘЙ ҺӘМ ЯҢЫ ЙЫЛ”

Мөғжизәләр ҡасан була? Әлбиттә, Яңы йыл алдынан! Әммә 31 декабрь төнгө сәғәт 12-лә генә түгел. Күңел күҙегеҙ менән тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ әле, мөғжизәләр күптән башланды. “Сулпан” балалар театры премьераһын ҡарағандар быға тағы бер тапҡыр ышанып ҡайтты. Режиссер Денис Нурғәлин ҡуйған “ЕРӘН БЕСӘЙ ҺӘМ ЯҢЫ ЙЫЛ” спектакле Юлбарыҫ йылы яҡынлашыуын онотоп йөрөгәндәрҙең хәтерен яңыртты. Йәнһүрәттәр аша беҙгә…

Концерт-театр берекмәләренең төп эшмәкәрлегенең береһе, әлбиттә, гастролдәр. Әле күптән түгел генә 13-17 декабрь көндәрендә Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Ханты-Манси автономия округының ҡалаларында сығыш яһап ҡайтты. “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар- Сибайҙар!” исемле бай программа милләттәштәребеҙҙең зауығын иҫәпкә алып төҙөлгәйне. Ысынлап та, яҡташтарыбыҙ сибайҙарҙы һағынып ҡаршы алды. Йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңо, гармун тауышы Себерҙә эшләүсе тамашасыларыбыҙ күңеленә…

Юлдаш-хит 2021

18 декабрь Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “ЮлдашХит-2021” фестиваль – концерты үтте. Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары Сөмбөл Моратова һәм Фаил Йортбәков «Юлдаш» хит-парады еңеүселәре сифатында йомғаҡлау концертында ҡатнаштылар.

ЙЫРСЫ ҒЫНА ТИМӘГЕҘ…

Рәмил Туйсин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай концерт-театр берекмәһенең музыка  етәксеһе: 2019 йылда артыҡ, иҫ китерлек яңылыҡтар булманы, әммә беҙ имен-һау—был үҙе ҙур ҡыуаныс. Шуға ла уҙған йылға үпкә юҡ, уңышлы булды. 2019 йылда беҙ фатирҙан шәхси өйгә күстек, шуныһы менән иҫтәлекле булыр, күрәһең. Декабрь айында ғына йыраусылар конкурсында ҡатнашып, лауреат булып ҡайттым. Быныһы ла…

“Сулпан”дар Өфөлә

“ЙӘШЛЕК” гәзите, №49, 6 декабрь 2019й.