Парадтарҙың төрлөләре була. Ғәҙәттә, улар еңеүселәр хөрмәтенә уҙғарыла. Һәр хәлдә, еңелгәндәр парады булғаны юҡтыр. Йондоҙҙар парадтары бигерәк тә сағыу үтә. Әле һеҙ фотола күргән ҡыҙҙар-йондоҙҙар “Юлдаш” радиоһы ойошторған хит-парадтың матур биҙәктәре. Дүртеһе лә Сибай концерт-театр берекмәһенең сибәрҙәре! Сөмбөл Моратова, Айгөл Әсәҙуллина, Зәбирә Әминеваларҙың “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ!” йыры бөгөнгө тынғыһыҙ осорҙоң гимны булараҡ яңғыраһа, Алина Вәхитова “Әсәй” йыры менән “Юлдаш” радиоһы хит-парадының еңеүсеһе тип танылды.