11 декабрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе Башҡортостандың 100 йыллығына арналған  «Батырҙарҙы данлар илем бар»  исемле музыкаль драмаһын тәҡдим итте.

«Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған  үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образдар, йыр-бейеүҙәр тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер тип ышанабыҙ.

Кисәлә Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына йомғаҡлау яһалды. Эш һөҙөмтәләре буйынса коллегаларабыҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Юлмөхәмәтова Айгөл Айтуған ҡыҙы – драма артисы

Ниғмәтуллина Яҙгөл Фәрит ҡыҙы – драма артисы

Ғиззәтуллина Эльвира Фәрит  ҡыҙы- драма артисы

Шәйәхмәтов Фидан Азамат улы – драма артисы

Әхмәтшина Роза Марат ҡыҙы – сәхнәгә ҡуйыу бүлеге етәксеһе

Тайсинов Мансур Радик улы – сәхнә ҡороусыһы