Туған телде әсә теле тип йөрөтәләр. Бала тәү башлап туған телен әсәһенән ишеткәне, бишек йырын туған телендә тыңлағаны өсөн генә түгел, әлбиттә. Был күренештең тамырҙары, мәғәнәһе бик тәрән: туған телгә мөнәсәбәтте, һөйөүҙе әсәйҙәргә булған тоғролоҡ менән тиңләргә була.
Сәнғәттә, бигерәк тә нәфис әҙәбиәттә, туған телдәге һүҙҙәр байлығы киң сағылыш таба. Был йәһәттән башҡорт әҙәбиәтендә туған телен байраҡ итеп күтәргән шағир – Рәми Ғарипов! Башҡорт теле көнөнә бағышланған “Йырың тыуғас, үлмәһен, йылдар саңы күммәһен”, тип аталған лекция-концерт программаһы халыҡ шағирының шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан үрелгән. Тамашаны ҡарап, Рәми Ғариповтың ижадын бөтөнләй икенсе, йырлы-моңло яҡтан асасаҡһығыҙ.
14 декабрь 15.00 сәғәттә һеҙҙе Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залына саҡырабыҙ.