Президентыбыҙҙың мобилизация тураһындағы Мөрәжәғәте халыҡты ҙур хафаға һалды. Өлөшләтә тигән һүҙе генә әҙерәк күңелгә йылы бөркә ине. Военкоматтар эргәһендә резервистарҙы хәрби әҙерлеккә оҙатыуҙар башланды. Һуғыш күреп өйрәнгән халыҡ вариҫтары беҙ, оҙата беләбеҙ – артыҡ күкрәк тә ҡаҡмайбыҙ, дорфаланып бармайбыҙ, төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан да түгелбеҙ. Шулай ҙа төрлө шикле һорауҙар йөрәкте өйкәне. Артабан ни булыр? Уйын-көлкө мәле түгел, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары эшмәкәрлеге ниндәй йүнәлештә булыр? Ун ике егетебеҙҙе оҙаттыҡ… Улар урынына кемдәр килер?
Яуапһыҙ һорауҙарға яуап биргәндәй, егеттәребеҙ оҙатҡан ваҡытта “Шайморатов генерал”ды йырлап, социаль селтәрҙәрҙең геройҙарына әйләнделәр. Уларҙы Үҙәк телевидение каналдары аша күрһәттеләр, илһөйәрлек бына ошолай була, тигән фекер нығынды. Тормош дауам итә! Берекмә етәкселеге Ҡазан ҡалаһында хәрби күнекмәләрҙә булған егеттәребеҙ эргәһенә барып ҡайтты. Нәҡ шул осрашыуҙа директорҙың ижад буйынса урынбаҫары Рәмил Париж улы Туйсин улар хөрмәтенә концерт программаһы бағышланасағын вәғәҙәләй. Вәғәҙә – иман, онотмау – бурыс!
Рәмил Туйсиндың мәҙәни эрудиция яғынан үрнәк булырҙай яҡшы сифаты бар: ул йырҙарҙың көйөн генә түгел, авторҙарын, хатта шиғыр һүҙҙәрен дә яттан белә. Мансур Шиһапов һүҙҙәренә Рим Хәсәнов ижад “Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ” йыры буласаҡ коцерттың исеменә әйләнә. Ҡолағына исем ҡысҡырылған баланың киләсәк тормошона мәғәнә өрөлгәндәй, концерт йөкмәткеһе лә яйлап үҫә башлай. Идея тигән нәмә бик тә мауыҡтырғыс төшөнсә бит ул, ер буйлап шыуышмай, күктән йөрөй, һандар йә һүҙҙәр булып ойошмай, наҙлы тауыш булып, йылы елдәй тиҙ тарала, бушлыҡты күҙ асып йомғансы тултыра. Шулай уй ҡағыҙға төшә, лекция-концерт жанрындағы программа төҙөлә. Буласаҡ тамашаның нигеҙен ата-бабаларыбыҙҙың шундай көсөргәнешле осорҙағы ғәмәлдәре тәшкил итә, халҡыбыҙҙың яугирлыҡ рухы элек нисек булған, бөгөн дә шундай булырға тейеш.
Бик тә үҙенсәлекле концерт килеп сыҡты: әрмеләге егеттәребеҙ, аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, тамаша дауамында сәхнәнән төшмәгәндәй эргәбеҙҙә булды. Мәҫәлән, бая үрҙә әйтелгән “Шайморатов генерал” йыры экранда башлана ла, сәхнәлә уны бында ҡалған егеттәр дауам итә. Йә иһә “Хаттар” йырын Ҡазандағы Әлфир Заманов экран аша йырлай, сәхнәлә уға Зәриә Ырыҫмөхәмәтова ҡушыла, әйтерһең дә, тормош нисек барған шулай дауам итә.
Концерттың иң тулҡынландырғыс эпизоды булып оҙаҡ йылдар Сибайҙың крайҙы өйрәнеү мәзейенда экспонат булараҡ һаҡланған еҙ ҡурайҙа Айнур Әминевтың уйнауы булғандыр. Күҙ алдына килтерегеҙ, экранда Бөйөк Ватан һуғышында данлыҡлы Шайморатов дивизияһында хеҙмәт иткән һуғыш ветераны Таулыҡай ауылы уҙаманы Баҡый Вәлиев экрандан ошо ҡурайҙың эшләнеү тарихын һөйләй һәм бөгөнгө заман ҡурайсыһы “Бына ул ҡурай!”, тип экрандағы көйҙө дауам итә. Тәндәр сымырҙап китә! Ә бит был ҡурайҙың яҙмышы бик тә хикмәтле. Баҡтиһәң, һуғыш осоронда шайморатовсыларҙы бер мәл өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Покрышкиндың эскадрильяһы дошман самолеттарынан һаҡлап торған икән. Нәҡ улар бәреп төшөргән немец самолетының еҙ көпшәһенән эшләнгән икән был ҡурай. Ана бит, яугирлыҡ рухы юғалмаған, ул – тере!
Концерттың финалы ла бик тетрәндергес килеп сыҡты. Ҡазанға барып ҡайтыуҙарын ишеткәс, Миләүшә Ҡаһарманова Рәмил Париж улына, әйҙә илһөйәрлек тураһында йыр яҙайыҡ, тип тәҡдим итә. Ошоно көтөп йөрөгән композиторға шул етә ҡала, һүҙһеҙ ҙә күңелдә төймәләнеп килгән йыр донъяға тыуа.
Йәшәүгә йән атып ярала,
Ярала һәм ерҙә тарала.
Үләндәр, сәскәләр, ҡош-кейек,
Һыу таҙа, саф һауа, күк – бейек.
Йәшәүгә йән атып ярала,
Был яҡты донъяға балалар.
Кәрәкмәй уларға яу-алыш,
Кәрәкмәй уларға болалар.

Ҡушымта:
Йәшәргә! Йәшәргә! Йәшәргә!
Тип орлоҡ тупраҡҡа сәселә.
Йәшәргә! Йәшәргә! Йәшәргә!
Тип теләй улына әсә лә.
Йәшәргә! Йәшәргә! Йәшәргә!
Изгелек таратып был ергә.
Йәшәргә! Йәшәргә! Йәшәргә!
Тип ниәт иткәнгә, беҙ – бергә!

Япмаһын ҡояшты ҡара тап,
Шом, хәүеф тойғоһо таратып.
Дошманлыҡ булмаһын арала,
Ҡарайыҡ бары тик яратып.
Егеттәр китмәһен һуғышҡа,
Ҡыҙҙарын ҡалдырып һағышҡа.
Таралһын-таралһын болоттар,
Беҙҙең бит йәшәүгә өмөт бар!
Йырҙың исеме – “Беҙ бергә!”. Эйе, беҙ бергә! Шуға ла беҙ көслө һәм еңелмәҫ халыҡ вәкилдәре!
Радик ӨМӨТҠУЖИН.