Милли кейем тышҡы ҡиәфәтте генә күрһәтмәй, ул иң тәүҙә эске торош сағылышы. Ата-бабаларыбыҙҙан, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған аманат кәүҙәләребеҙҙе генә турайтмай, ул рухыбыҙҙың тура йүнәлештә булыу билгеһе. Сәхнәләрҙә йырлап-бейеп, милли сәнғәтебеҙҙе һаҡлау өсөн генә түгел, рухи сафлығыбыҙҙы, милли йөҙөбөҙҙө юғалтмау өсөн бирелгән ул беҙгә. Һаҡ булайыҡ, хаҡ булайыҡ, һаҡлайыҡ боронғоноң үлемһеҙ аманатын!
Бөгөн – Милли кейем көнө!
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары ла милли кейем флешмобына ҡушыла.

#НациональныйКостюм2022 #МиллиКейем2022 #СибайскоеКТО
#Сибайское_концертно_театральное_объединение