Сибай – Баймаҡ араһы утыҙ ике саҡырым. Эш араламы ни, йыр-моң өсөн ваҡыт арауығы ла, саҡрымдар иҫәбе лә юҡ.
3 март көнө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә үткән Сибайҙарҙың “Егәрлеләр, ябайҙар – шулай улар сибайҙар!” исемле концертын баймаҡтар (Баймаҡ ҡалаһыныҡылар) һәр саҡтағыса шығырым тулы зал менән һағынып көтөп алдылар.
Күп балалы әсәләр өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған акция буйынса саҡырыу ҡағыҙҙары бүләк итеү был сараға йәм өҫтәне. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан бындай иғтибар ҙур хуплауға лайыҡ – кемдең-кемдең, әсәйҙәрҙең бындай мөғәмәләгә хоҡуғын һис ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ә концерт ысынлап та ихлас та, байрамса ла һәм, иң мөһиме, Урал аръяғыныҡыларса ысын күңелдән килеп сыҡты: халыҡ дәррәү алҡыштары менән артистарға булған һөйөүен тағы бер тапҡыр күрһәтте, сибайҙарға булған тоғролоғон иҫбатланы.