Мөғжизәләр ҡасан була? Әлбиттә, Яңы йыл алдынан! Әммә 31 декабрь төнгө сәғәт 12-лә генә түгел. Күңел күҙегеҙ менән тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ әле, мөғжизәләр күптән башланды.
“Сулпан” балалар театры премьераһын ҡарағандар быға тағы бер тапҡыр ышанып ҡайтты. Режиссер Денис Нурғәлин ҡуйған “ЕРӘН БЕСӘЙ ҺӘМ ЯҢЫ ЙЫЛ” спектакле Юлбарыҫ йылы яҡынлашыуын онотоп йөрөгәндәрҙең хәтерен яңыртты. Йәнһүрәттәр аша беҙгә күптән таныш персонаждар – Юлбарыҫ булырға хыялланған Бесәй балаһы, уның хыялдарын селпәрәмә килтереп маташҡан Ҡара бесәй, оҙон сынйырҙа бәйле торған Маьмай, имеҙлеге ауыҙынан төшмәгән Быҙау, ярҙамға мохтаж Сысҡан балаһы һәм, әлбиттә, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу – бөтәһе лә сағыу төҫтәрҙә сәхнәне балҡытып, мөғжизәләргә мөкиббән ышанған балаларҙың кәйефен ыңғай, позитив тойғоларға көйләне.
Премьераның тәүге тамашасылары – Сибай ҡалаһында урынлашҡан көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге тарафынан саҡырылған балалар ҙа тамашаны бик йылы ҡабул иттеләр.
Мөғжизәләр күктән төшмәй, эргәбеҙҙә тыуа. Бында ла шулай – изгелек булған ерҙә яуызлыҡҡа урын ҡалмай.
Спектаклдәр декабрь бөткәнсе дауам итәсәк. Мөғжизә күрергә ашығығыҙ! Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы шат, шаян минуттарынан мәхрүм итмәгеҙ!