12 март көнө Сибай драма театры сәхнәһендә “Кисерегеҙ, йән дуҫтарым, янығыҙҙа булалманым” тигән исем аҫтында Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһе үтте. Сара Әғләметдин хәҙрәт фатихаһы менән Зөһрә Хәдит ҡыҙы рухына аят уҡыу менән башланды һәм рухиәт тулҡынында бер тынала үтте, ике сәғәтлек тамаша әҙибәнең ижадына битараф булмағандар өсөн, ысынлап та, хәтер яңыртыу ваҡиғаһына әйләнде. Шағирә һәм үҙешмәкәр композитор булып танылған шәхес ижад иткән йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары – Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Әлфир Заманов, Зәриә Ырыҫмөхәмәтова, Айгөл Әсәҙуллина, Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева һәм Илдар Рәхимғоловтар башҡарҙы. “Сулпан” балалар театры артистары шағирәнең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Кисә барышында Зөһрә Фәйзуллинаның коллегалары, дуҫтары, туғандары, яҡташтары үҙ иҫтәлектәре, хәтирәләре менән бүлеште. Өфө ҡалаһынан килеп етә алмаған артистар видео-сәләм ебәрҙе. Сибай интернат -гимназия уҡыусылары оҙаҡ йылдар ошо белем усағында эшләгән уҡытыусыларына бағышлап, коллектив бейеү меән сығыш яһаны. Зөһрә Фәйзуллинаның иң популяр йыры “Мәктәп вальсы” яңғырағанда мәктәп формаһындағы йәштәрҙең вальс көйөнә бейеүе сараның яҡты биҙәге булды. Хәтер кисәһе әҙибәнең Әбйәлил районынан килгән яҡташтары башҡарыуындағы “Әбйәлил йәштәре”, ” Ҡайтам әле Әбйәлилгә” тигән дәртле йырҙары менән тамамланды. Тамашаға килгәндәр өсөн был көн күңелдәрҙе тетрәндергән хәтер яңыртыу мәле булып иҫтәрендә оҙаҡ һаҡланыр.