Сибай концерт-театр берекмәһенең сәхнәһе буш булмай: бер ҡараһаң, концертҡа әҙерлек бара, икенсе инеүеңә “Сулпан”дар спектакль әҙерләй. Эш менән булышып йүгереп йөрөгән Гөлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитованы өгөтләп, юҡ ваҡытын бар итеп, интервью алып өлгөрҙөк. Ул “Илһөйәр әлифбаһы” исемле яңы спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры.
– Бөгөнгө көндә бөтә илебеҙҙә көтөлмәгән ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Үҫмер балалар, улар ғына түгел, ата-әсәләре лә бындай көсөргәнешкә әҙер булмай сыҡты. Ышанмаҫлыҡ булып тойолған ситуацияла, илһөйәрлек көнүҙәк темаға әйләнде. Күрәһең, беҙ балаларҙы икенсерәк тәрбиәләй башлағанбыҙ, бөгөнгө көндә совет осорондағы онотола башлаған идеологияға әйләнеп ҡайтырға тейешбеҙ. Тәрбиәләүҙә бит тыуған илең, йәшәгән ерең өсөн яуаплылыҡ беренсе урында тора. Тыуған илде һаҡлау – ата-әсәң, үҙең йәшәгән ерҙе һаҡлау. Ошо күренеш ҙур бер маҡсат булып бөтә халыҡ алдына баҫты. Беҙ иһә ошо тойғоларҙы сәхнәнән балалар күңеленә һалырға тырыштыҡ. Спектаклдең исеме лә “Илһөйәрлек әлифбаһы” тип атала. Һәр беребеҙҙең белем туплауыбыҙ, тәрбиә алыуыбыҙ әлифбанан башлана. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда башланған аҡсаға бәйлелек, америкаса йәшәү тәртибе борондан килгән йолаларыбыҙҙы оноттора башланы. Хатта тыуған телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Һуң булмаҫ элек асылыбыҙға ҡайтып, нигеҙебеҙҙе нығытырға тейешбеҙ. Ә нигеҙҙең ныҡлығы нимәнән ғибәрәт? Ул, һис шикһеҙ, бала саҡтағы тәрбиәгә бәйле. Тыуған мөхитендә тәрбиәләнгән бала ниндәй генә ситуацияға эләкһә лә, ауырлыҡтар аша үҙ көсөнә таянып үтә ала. Һынылыш ваҡыты етте – бына шул турала беҙҙең яңы спектаклебеҙ. Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосынан башлап, 1812 йылғы Ватан һуғышын, Бөйөк Ватан һуғышының 1943 йылғы ауыр ваҡиғаларын алып, тылда интеккән өләсәйҙәребеҙҙең ыҙаларын иҫләп, тамашасыларыбыҙға тәҡдим итәсәкбеҙ. Төп геройыбыҙ төрлө һынауҙар үтеп, эске кисерештәре аша бөгөнгө көндә илде һаҡлар алырҙай кимәлгә етә.
Балетмейстерыбыҙ – танылған бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин. Сәхнәне биҙәүсе-рәссам – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Музыкаль яҡтан был әҫәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин биҙәй. Сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова.