Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғол ауылында Сибай концерт-театр берекмәһенең лекторий концерттары әле генә булып уҙҙы.
“Сибай” халыҡ бейеү ансамбле төрлө халыҡ бейеүҙәрен пропагандалау буйынса ҙур эш башҡара. Әлбиттә, классик бейеүҙәр рекламаға мохтаж түгел, әммә уларҙы уҡыусы балалар эргәһенә үҙең килеп бейеп күрһәтеү ҙур мәртәбә. Оҫта бейеүсе профессионалдарҙың хәрәкәттәренә һоҡланып, бәлки ҡайһы бер уҡыусылар киләсәктә ошо сәнғәт юлын һайлар. Ниңә, бик тә мәслихәт! Афарин, тиергә генә ҡала: һоҡландырыусыларға ла, һоҡланыусыларға ла.