Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының Йылайыр районы буйлап гастролдәре уңышлы тамаланды!
Кисә коллектив Матрай ауылында мәктәп уҡыусыларына концерт-лекторий тәҡдим итте, кискеһен “Егәрлеләр, ябайҙар…Шулай улар -СИБАЙҘАР!”” исемле сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Берекмәнең сараларын ойошторорға ярҙам итеүсе дуҫтарыбыҙға һәм артистарыбыҙҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмгән барлыҡ тамашасыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
