Рәмил Туйсин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай концерт-театр берекмәһенең музыка  етәксеһе:

2019 йылда артыҡ, иҫ китерлек яңылыҡтар булманы, әммә беҙ имен-һау—был үҙе ҙур ҡыуаныс. Шуға ла уҙған йылға үпкә юҡ, уңышлы булды. 2019 йылда беҙ фатирҙан шәхси өйгә күстек, шуныһы менән иҫтәлекле булыр, күрәһең. Декабрь айында ғына йыраусылар конкурсында ҡатнашып, лауреат булып ҡайттым. Быныһы ла үҙенә күрә бер яңылыҡ.

Яңы 2020 йылға аяҡ баҫтыҡ. Уның тағы ла уңышлыраҡ булыуын теләйем. Пландар күп, әлбиттә. Әммә мин хыялдарым хаҡында ҡысҡырып әйтергә яратмайым. Уның тормошҡа ашыуы бар, ашмауы ла ихтимал. Шулай ҙа маҡсаттар ҡуйылған, проекттар уйланылған. Киләсәктә үҙемде шағир булараҡ та һынап ҡарарға ниәт бар. Көйҙәр яҙыуымды ла ташламаҫмын.

Йондоҙнамәгә йәш саҡта ышана инем. Әле ул-был нәмәгә иғтибар итмәйем, әммә Ҡомаҡҡа оҡшаш һыҙатым бар. Мин шул йән эйәһе һымаҡ бөтә нәмәне өйгә ташыйым. Мәҫәлән, күстәнәс бирһәләр ҙә үҙем теймәйем, аҡсамды ла тотонмайым, барыһын да өйгә—ғаиләмә алып ҡайтам. Мөсәлдә Сысҡан беренсе тора бит инде. Мин дә шулайыраҡ, тормошта беренсе булырға яратам шикелле, һәр хәлдә шулай килеп сыға. Ғаиләлә минең фекер алдан йөрөүсән. Улым Буранбай ҙа Ҡомаҡ йылында тыуған. Холҡобоҙ ныҡ оҡшаған тип әйтә алмайым, бер аҙ ғына тап киләлер.

Еребеҙгә ниндәй генә йыл килмәһен, ул имен килһен. Йорт-ил тыныс, үҙебеҙ һау булһаҡ, донъябыҙ алға китер. Милләттәштәремдең матур, етеш йәшәүен теләйем!

Резеда Валиева

Источник https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/YIRSI-INA-TIM-GE-67961/