Ғинуар башындағы байрамдарҙы күптәребеҙ, бигерәк тә балалар, көтөп ала. Бөтә ғаилә менән бергә ял итеп, саф һауалағы күңелле ҡышҡы уйындар кәйефтәрҙе лә, сәләмәтлекте лә нығыта.
Ә инде биттәрҙе Ҡыш бабай семетә башлаһа, күмәкләп театрға килегеҙ! Ғәмһеҙ бала саҡҡа ҡайтарған мөғжизәле спектаклдәргә саҡырабыҙ!
5 –се һәм 6-се ғинуар көндәре 12-00 сәғәттә “ЕРӘН БЕСӘЙ ҺӘМ ЯҢЫ ЙЫЛ” тип аталған күңелле Яңы йыл тамашаһына” https://sibay-concert.ru/xo_event/рыжий-кот-и-новый-г..,
7-се һәм 8-се ғинуар көндәре 12-00 сәғәттә әкиәт батырҙары һәм супергеройҙар тураһындағы “Самрау батша бүләге” исемле спектакленә https://sibay-concert.ru/xo_event/подарок-царя-самрау/ саҡырабыҙ!
Билеттарҙы тамаша алдынан һәм өҫтәге һылтанмалар буйынса онлайн алырға була, “Пушкин картаһы” буйынса түләү мөмкинлеге бар.