Хөрмәтле тамашасылар!
Һеҙҙе 2 март көнө 19.00 сәғәттә Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йортонда тик бейеүҙәрҙән генә торған тамашаға саҡырабыҙ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған милли бейеүҙәребеҙҙән тыш, төрлө халыҡ бейеүҙәрен күреп, хайран ҡалырһығыҙ. Килегеҙ, күрегеҙ: бейер өсөн генә тыуған бейеүселәребеҙҙең дәрт-дарманы һеҙгә лә күсер.
Билеттар буйынса телефон 8-937-851-73-34
Шулай уҡ һылтанма буйынса онлайн алырға була, “Пушкин картаһы” буйынса түләү мөмкинлеге бар. https://sibay-concert.ru/xo_event/6319/