“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Төрлө халыҡ бейеүҙәре менән таныштырыу” исемле лекторий – концерттарын дауам итә. 15 ноябрь ҡаланың 6-сы мәктәбендә, 16 ноябрь 8-се мәктәптә шундай тамашалар булып уҙҙы.
Шуныһы ҡыуандыра, “Пушкин картаһы”н ҡулланыу әүҙемләште. Өлкән синыф уҡыусылары тәҡдим ителгән концертҡа билеттарҙы ошо карта буйынса түләп ҡарай ала.