Һиҙәһегеҙме, яҙ етә! Яҙ бит ул ҡар иреү, бөрөләр тиртеү, орлоҡ шытыу ғына түгел, кешеләр өсөн ул күңелдәрҙең әллә ниндәй аңлашылмаған моңға сорналыуы ла. Сибайҙар өсөн “Яҙ килеүен һиңә ҡарап беләм”, тип аталған, 4 март көнө А.Мөбәрәков исемендәге театр сәхнәһендә уҙған яҙғы тамаша быға бер ишара булды. Сибай концерт-театр берекмәһенең ир-азаматтары үҙҙәренең дәртле йырҙары менән ихлас юмор аша ҡатын-ҡыҙҙарға яҙ һулышын яҡынайтты, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре тамашасылар күңелен елкендерҙе. Концертҡа килгәндәр яҙға аяҡ баҫҡандай, урамдағы иреп бөтмәгән ҡарҙы ла, тайғалаҡ боҙҙы лә шәйләмәй таралышты. Афарин, ир-егеттәр! Байрам менән, гүзәл заттарыбыҙ!