Элек-электән ауыл халҡы ситтән килгән әртистәрҙең концерттарын көтөп ала. Мәҙәниәт үҙәгенә барып ят бауырҙарҙы күреп, тамаша ҡылып, үҙен дә күрһәтеп, ауылдаштарының тын алышын да тойоп ҡайта сәнғәт һөйгән ауыл кешеһе. Сибай концерт-театр берекмәһенең Ейәнсура районы буйлап гастролдәре дауам итә. Кисә, 15 март көнө, йыр-моңға бай, дәртле, матур тамаша менән артистарыбыҙ Күгәрсен ауылы халҡын ҡыуандырҙы. Бөтөн сығыштарҙы ла ейәнсуралар ихлас, йылы ҡабул итеп алҡышлап оҙаттылар, йышыраҡ килеп тороуҙарын һорап саҡырып ҡалдылар.